Бөтә яңылыҡтар

Ҡырҡ йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙар организмына ниндәй витаминдар һәм элементтар кәрәк?

Олоғая барған һайын организмда ла үҙгәрештәр күҙәтелә. Тап ошо ваҡытта ашау рационына иғтибарҙы күберәк бүлергә кәңәш ителә. Ниндәйҙер витамин йәки микроэлемент етмәүе һаулыҡҡа кире йоғонто яһауы бар.

Ҡырҡ йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙар организмына ниндәй витаминдар һәм элементтар кәрәк?
Ҡырҡ йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙар организмына ниндәй витаминдар һәм элементтар кәрәк?

40 йәштән һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙың организмына ниндәй витаминдар һәм элементтар кәрәк?

Тимер.

 Ғәҙәттә ҡандағы тимер күләмен йөклө ҡатын-ҡыҙҙар ғына контрольдә тота. Был дөрөҫ түгел, тимер күләмен йыш ҡына тикшертеп торор кәрәк. Күп осраҡта кешенең тиҙ арыуының, үҙен хәлһеҙ тойоуының сәбәбе булып ҡанда тимер миҡдарының кәмеүе тора.

Кальций.

Ғалимдар көнөнә өс төрлө һөт ризығы ашарға кәңәш бирә, был организмда кальций күләмен нормала тоторға ярҙам итә.  

Д витамины.

Тикшереүҙәр үткәргәндән һуң илебеҙҙең 90% тиклем ҡатын-ҡыҙҙарының ошо витаминға ҡытлыҡ кисереүе билдәле булған. Бының сәбәптәре булып беҙҙә ҡояшлы көндәрҙең әҙ булыуы һәм көндөҙ саф һауала әҙ булыу тора.

Магний.

Был элементты беҙ йәшелсәләрҙең йәшел япраҡтарынан, сәтләүектәрҙән һәм минераль һыуҙан алабыҙ. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек ҡатын-ҡыҙҙар йәшелсәләрҙе бик аҙ ашай. Магазинда һатылған салат япраҡтары һәм шпинатта, теплицала үҫтерелгән йәшеләләрҙә файҙалы матдәләр кәрәкле күләмдә булмай.   

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: