Бөтә яңылыҡтар

КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ ҮЛӘНЕ

Был үләндең атамаһы латин телендә атамаһы “примус”, йәғни беренсе, сөнки ул яҙҙың тәүге сәскәләрененң береһе. Уның файҙаһы тураһында түбәндә уҡығыҙ.

КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ ҮЛӘНЕ
КӘЗӘ ҺАҠАЛЫ ҮЛӘНЕ

"Дауалау сифатына эйә булмаған – үҫемлек, үҫемлек менән дауалау мөмкин булмаған ауырыу юҡ", ти Көнсығыш аҡылы. Шундай үләндәр араһында халыҡта төрө исем аҫтында - кәзә һаҡалы, ҡырағай примула, кәкүк емеше, яҙ гөлө тип йөрөтөлөүсе дарыу үләне лә бар. Латин телендә "примус", йәғни "беренсе" тип йөрөтөлгән был үлән кешегә күптән билдәле.

Яҙын япраҡтарында күпләп С витамины һәм каротин тупланған ҡырағай примуланы ҡулланыу һәйбәт. Германияла, мәҫәлән, уның киптерелгән сәскәһен сәй итеп эсәләр, инглиздәр ҡырағай примуланың йәш япраҡтарынан салат эшләй, ә Швейцарияла иһә кәзә һаҡалының сәскәһенә бал ҡушып, шыжылдап торған эсемлек әҙерләйҙәр. Англияла шулай уҡ был үләндең әнис еҫе сығып торған тамырын тәмләткес һәм туберкулездан дауа булараҡ та ҡулланалар.

Боронғо гректар кәзә һаҡалы төрлө ауырыуҙарҙан, шул иҫәптән фалиж һуғыуҙан (паралич) дауа, тип билдәләгән. Друид жрецтары иһә унан мөхәббәт эсемлеге әҙерләгән. Шулай уҡ ҡырағай примуланы күңел төшөнкөлөгөнән ҡотҡарыусы, эс китеүҙе бөтөрөүсе, ауыҙ һәм тел елһенеүенән ярҙам итеүсе дарыу булараҡ ҡулланғандар. Йылан тешләгәндә, аяҡ-ҡул ҡалтыранғанда, һыҙланғанда, тынысһыҙланғанда, быуындар шешкәндә лә кәзә һаҡалының төрлө өлөшөн файҙаланғандар.

Ҡырағай примуланың ҡайнатмаһы менән бронхитты, үпкә шешеүен, быума йүтәлде лә дауалайҙар. Уның тамыры йүткереү, трахеобронхит, хроник бронхит сирҙәре ваҡытында эсергә кәрәкле күкрәк сәйе составында ла бар. Был төнәтмә түбәндәгесә әҙерләнә: 2-шәр балғалаҡ киптерелгән кәзә һаҡалы, андыҙ, үгәй инә үләндәрен 1 стакан эҫе һыу ҡойоп, 5 минут ҡайнатаһың һәм 15 минуттан һөҙөп алаһың. Көн дауамында, ашау ваҡытына ҡарамайынса, ошо төнәтмәне әҙ генә йотомдар менән эсеп йөрөргә кәрәк.

Икенсе рецепт буйынса 1-әр ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған кәзә һаҡалының һәм ҡурйын үләйенең (солодка) тамырына, үгәй инә үләйенең һәм пикульниктың япрағына, әнистең һәм фенхель емешенә 1 стакан бүлмә температураһындағы һыу ҡойоп, 2 сәғәт дауамында төнәтәһең. 5-10 минут тирәһе ҡайнатып алғандан һуң, һөҙөп, йылылай әсәһең.

Халыҡ медицинаһында ҡырағай примуланың сәскәһен йоҡоһоҙлоҡтан, баш ауырығандан да ҡулланалар. Уның япрағынан һәм сәскәһенән хуш еҫле сәй әҙерләргә була. Бының өсөн примуланың 1-әр ҡалаҡ киптерелгән япраҡ һәм сәскәһен 1 стакан ҡайнар һыу менән бешерәһең. Бер аҙ һыуынғас, һөҙөп алып, һыуыҡ тейгәндә, баш өйәнәге тотҡанда, тирләткес һәм һейҙерткес сара булараҡ көнөнә 4-6 ҡалаҡ әсәләр.

1 ҡалаҡ кипкән һәм ваҡланған кәзә һаҡалы тамырын эмаль һауытта 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут ҡайнатаһың. 30 минут һыуытып, һөҙәһең һәм стакан тулғансы ҡайнар һыу өҫтәп, көнөнә 3-4 тапҡыр 1-2 ҡалаҡлап ашағанға тиклем ҡулланыу ҡаҡырыҡты сығарырға ярҙам итәсәк.

25 грамм кәзә һаҡалының сәскәһен 200 мл ҡайнар һыуҙа 30 минут төнәтеп, һөҙөп алаһың. Көнөнә 1-3 тапҡыр 100-200 миллиграмлап баш өйәнәге ыҙалатҡанда, баш өйләнгәндә, хроник эс ҡатҡанда әсәһең.

Ҡырағай примула күп ауырыуҙарҙан шифа булһа ла, уның ҡайһы бер төрҙәре көслө аллергияға сәбәпсе булырға мөмкин, шуға күрә бик һаҡ эш итергә кәрәк.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: