Бөтә яңылыҡтар

Лавр

Халыҡ дауаһы

Лавр
Лавр

Лавр япрағы менән боросто ҡу­шып ҡулланыу тәндән тоҙҙарҙы сыға­ра. Төнәтмә яһап, самалап эсергә кәрәк, сөнки лавр бик көслө үҫемлек.

30-35 лавр япрағы өҫтөнә 300 мл йылы һыу ҡойоп, 5 минут ҡайнатыр­ға. Термоста 5-6 сәғәт тотҡас ҡына һөҙөргә. Төнәтмәне 12 сәғәт эсендә кәм тигәндә 20 минут һайын әҙ-әҙләп эсергә. 3 көн эскәс, 1 аҙна ял итергә, тағын дауаланыуҙы башларға. Дауа­ланған ваҡытта күберәк йәшелсәләр ашағыҙ. 2-3 аҙнанан һуң дауаның һөҙөмтәһе тойолор: быуындарығыҙ шыртламаҫ, аяҡ хәрәкәте лә еңеләйер, баҫҡыстан да тиҙерәк менерһегеҙ. Был дауаны 1-се йылда 3 ай һайын, унан һуң йылына 1 мәртәбә эшләргә кәңәш ителә. Кемдең ашҡаҙаны сирле - уларға был төнәтмә тыйыла.

Ауыҙ ҡыуышлығы, урт ауыртҡан­да көнөнә 2 мәртәбә лавр төнәтмәһе менән ауыҙҙы сайҡарға.

Тән һыҙлағанда 1 өлөш ваҡланған лавр япрағына 2 өлөш аҡ май (өй майы) ҡушырға ла, ҡайнап ултырған һыулы һауытта 30 минут тотҡас, һыу­ытырға һәм һыҙлаған урындарға һөртөргә.

“Киске Өфө”нән.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: