Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ дауаһы

Алкоголизмдан, тәмәке тартыуҙан һәм аллергиянан ҡотолорға түбәндәге кәңәштәр ярҙам итә

Халыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы

Алкоголизм

Кипкән ҡайын бөрөһөнә мул итеп шәкәр һибергә һәм яндырырға. Утты һүндерергә һәм ошо төтөндө еҫкәргә. Процедуранан һуң бер рюмка араҡы эсергә, был эске килеү теләген баҫасаҡ.

Эсеүҙе, тартыуҙы ташларға теләгәндәр календула менән һоло төнәтмәһен ҡабул итһен. 3 литрлы кәстрүл алып, уның яртыһы тулғансы ҡабығынан таҙартылмаған һоло һалырға, кәстрүл тулғансы һыуыҡ һыу ҡойорға, ҡайнатып сығарғас, тағы ла 30 минут ҡайнатырға, һыуын һырҡытып алырға. Уға 100 грамм календула сәскәһе өҫтәп, одеялға төрөп, 10-12 сәғәт төнәтергә. Һөҙөргә һәм көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр стакан эсергә.

Аллергия

Саңға, шул иҫәптән, китап саңына кире реакция булғанда: 4 өлөш һары мәтрүшкә, 5 өлөш һарыгүҙ (золотысячник), 3 өлөш бәпембәнең ваҡланған тамыры, 2 өлөш ҡырҡбыуын үләне (хвощ полевой), 1 өлөш кукуруз мыйыҡсалары (кукурузные рыльца), 1 өлөш аҡ сәскә, 4 өлөш ваҡланған гөлйемеш емешен ҡушып болғатырға. 4 ҡалаҡ үлән ҡатнашмаһына 1 стакан ҡайнап һыуыған һыу ҡойорға һәм төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртән талғын утта ҡайнау хәленә еткерергә, уттан алырға, 1 сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр стакандың 1/3 күләмендә эсергә. Дауаланыу курсы - 6 ай.

100 грамм күмергә 0,5 литр һөт ҡойоп, талғын утта 15 минут ҡайнатырға, төнө буйы төнәтергә. Ярты сәғәт һайын яртышар стакан эсергә. Күмерҙең дарыуханан һатып алынғанын түгел, ә усаҡта ут янғанда алынғанын ҡулланығыҙ.

Бер ус болан мүгенә (руссаһы - ягель, тундра зонаһында үҫә) ҡайнап һыуыған һыу ҡойорға, 2 сәғәт төнәтергә, крандағы һыу аҫтында йыуырға, таҫтамалға һалып ҡороторға. Бынан һуң мүккә ярты литр һыу ҡойоп, 20 минут ҡайнатырға, һыуытырға. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 30 минут алда яртышар стакан эсергә.

Диатез, тирегә сабыртма сыҡҡанда: ярты литр һыуға бер ҡап лавр япрағы һалып, 2 минут ҡайнатырға. Һыуытырға, һөҙөргә. Бәләкәй балаларға көнөнә 1-2 тамсы, өлкәнерәктәргә 10 тамсы ҡабул итергә. Тирегә көнө буйы һөртөргә. 3-4 көндән һуң сабыртмалар үтә.

Марат ИШМӨХӘМӘТОВ.

(“Киске Өфө”нән).

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: