Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ дауаһы

Арҡа, бил һыҙлағанда, баш ауырығанда, ашҡаҙан аҫты биҙен дауалау өсөн кәңәштәр

Халыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы

Арҡа, бил һыҙлағанда

Артҡа ҡарай аҙым яһағанда организмдың эшкә һәләтлеге күтәрелә. Сөнки был осраҡта хәрәкәт үксәнән башлана. Башта артҡа 10 аҙым яһап ҡарағыҙ, шунан көн дә яйлап ҡына арттыра барығыҙ. Артҡа атлағанда кәүҙәне төҙ тоторға кәрәк, тубыҡтар бөгөлмәҫкә тейеш. Ҡытай табиптары был рәүешле йөрөү арҡа һәм бил һыҙлағанда ғына түгел, аяҡтар ауыртыуын да баҫа, вегетатив нервы системаһын тынысландыра һәм артериаль баҫымды нормаға килтерә, тип иҫәпләй. Артҡа ҡарай яһалған 100 аҙым алға атлаған 1000 аҙымға торошло икән.

Һарымһаҡ

Инфаркт, инсульт сирҙәрен иҫкәртеү, ҡан баҫымын түбәнәйтеү, коронар тамырҙарҙы тарайтыу өсөн һарымһаҡ төнәтмәһен ҡулланалар. Уны әҙерләү өсөн 40 грамм төйөлгән һарымһаҡты үтә күренмәгән һауытҡа һалып, 100 грамм һыуыҡ һыу ҡойорға һәм 10 көн һалҡын урынға ҡуйып төнәтергә. Төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр, ашарҙан ярты сәғәт алда унар тамсы эсергә.

Баш ауырығанда

Ике ҡалаҡ боланутты термосҡа һалып, 2 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, төнгөгә ҡалдырырға. Иртәнсәк һөҙөргә, көнөнә 4 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.

Баш ауырығанда тағы ла аҡ икмәк йомшағынан өшә яһап, аш һеркәһе менән еүешләргә. Уға бөтнөк үләне ҡайнатмаһын ҡушырға ла була. Ошо өшәне сикәләргә яҡыныраҡ итеп, маңлайға һалырға кәрәк. Тыныста, барлыҡ көсөргәнештәрҙән бушанып, ятып дауаланыу һөҙөмтәлерәк була.

Ашҡаҙан аҫты биҙе

300 грамм бөтнөк үләне (мята перечная), 100 грамм һары мәтрүшкәне термосҡа һалып, 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Иртәнсәккә тиклем төнәтергә. Иртәнсәк һөҙөргә һәм төнәтмәне көн дауамында эсеп бөтөргә. Ашҡаҙан аҫты биҙен дауалау - 14 көн.

Гәлиә ШӘМСИЕВА әҙерләне. (“Киске Өфө”нән).

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: