Бөтә яңылыҡтар

Үләндәр ярҙамға килә

Фитотерапевт кәңәштәре

Үләндәр ярҙамға килә
Үләндәр ярҙамға килә

Һәр кемгә билдәле, коронавирус үпкә сирен киҫкенләштерә, пневмония барлыҡҡа килтерә. Пневмония менән сирләгәндән һуң 3-4 аҙна мотлаҡ организмды тергеҙергә кәрәк.

Үпкә туҡымаһы елһенгәндән һуң, ул элекке хәленә ҡайтһын өсөн уға ярҙам талап ителә. Бында үләндәр менән дауаланыуҙан да яҡшыһы юҡ. Бары тик үләндәр генә уны системалы тергеҙә һәм ялҡынһыныуын бөтөрә, поливитаминдар менән тәьмин итә, иммунитетты нығытыу һөҙөмтәһен бирә. Барыбыҙ ҙа витаминға бай үҫемлектәрҙе - гөлйемеш, миләш, ҡурай еләге, ҡара ҡарағат, мүк еләге, көртмәле - беләбеҙ. Туңдырылған еләктәрҙән морс йәки компот эшләгеҙ. Гөлйемеш менән миләште лә ҡушығыҙ. Был осраҡта бигерәк тә миләш яҡшы - ул гипоксияға ҡаршы тәьҫир итә, ә организмға пневмониянан һуң кислород етмәй. Елһенеүгә ҡаршы үҫемлектәр ҙә бар - юл япрағы, һары мәтрүш, андыҙ, тубылғы, тырнаҡ гөлө, аир үләне, ҡурай еләге япрағы. Ошо исемлектән бер нисәһен алырға мөмкин. Ауыр ялҡынһыныу процестарынан һуң туҡымаларҙы тергеҙеү өсөн кремний кәрәк. Ул кесерткәндә, күгүләндә (бәпкә үләне), күҙлутта (пикульник), биҫтау үләнендә (медуница), йәбешкәктә (репешок) бик күп. Әгәр интенсив медикаментоз курс үтелһә, һуңғыһы бигерәк тә файҙалы (көслө гепатопротектор).

Иммунитетты көсәйтеүсе үҫемлектәр ҙә бар - улар адаптогендар (элеутерококк, алтын тамыр (родиола розовая), левзея, аралия). Дарыуханала ҡайһыһын таба алаһығыҙ - барыһын бергә ҡушығыҙ. Ҡан баҫымы нормаль булған кешеләргә көнөнә иртән 15 тамсы, гипертониктарға - 3-5 тамсы, гипотониктарға 25-30 тамсы 2-3 аҙна ҡорт йәттәһе һеркәһе йәки ҡорт һитәһе (перга) менән аралаштырып эсергә кәрәк. Һеркәне ашағандан һуң көнөнә ике тапҡыр берәр ҡалаҡ ауыҙҙа имергә. Ҡорт һитәһен дә 2-3 аҙна ҡулланыу зарур (5-7 столбиклы).

Шулай уҡ иммунитетты бүрегүлән (шлемник), эхинацея, монарда, юл үләне, гөлйемеш, ылыҫ, көртмәле, төшөргән (астрагал), аҡтамыр, ҡайын, кукуруз емешлеге, кесерткән һәм башҡа бик күп үҫемлектәр күтәрә.

Әгәр бер курс антибиотиктар эскәндән һуң эсегеҙ йомшара икән, мотлаҡ һары мәтрүш һәм андыҙ эсергә кәрәк, әгәр, киреһенсә, әсегеҙ ҡатһа - бәпембә тамыры һәм меңьяпраҡ ярҙам итер.

Үҙегеҙгә 5-7 үҫемлектән йыйылма эшләп алығыҙ. Оло кеше өсөн уны ярты литр һыуға 2 ҡалаҡ иҫәбенән эшләргә кәрәк. Термосҡа һалып ҡайнар һыу ҡойоп, 1-3 сәғәт быҡтырып ултыртҡандан һуң көнөнә өс тапҡыр стакандың өстән бер өлөшөн эсегеҙ.

Әле йәш кесерткәнде йыйығыҙ һәм уны һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Аш, бутҡа, картуф бешергәндә, салат эшләгәндә мул итеп ҡулланығыҙ. Кесерткән - витаминдар, көс һәм энергия сығанағы. 2-3 аҙна булһа ла көнөнә 2-4 ҡалаҡ ашағыҙ. Ә инде кем сир үткәргән (ковид ҡына түгел, башҡа сирҙәрҙе лә), ул йәншишмә урынына буласаҡ. Варикозлы кешеләргә һәм йөрәк сирлеләргә көнөнә 1 -2 балғалаҡ та етә.

Ҡулланырҙан алда дауалаусы табибығыҙ менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Ольга ДАНИЛЮК, фитотерапевт.

("Киске Өфө"нән)

Читайте нас: