Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ дауаһы

Тубыҡ быуыны һыҙлағанда бәпембә ярҙам итә

Халыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы

Тубыҡ быуыны һыҙлағанда

❖ Тубыҡ һыҙлағанда бәпембә сәскәһен йыйып, бер литр банкыға тултырырға һәм араҡы ҡойорға. Ҡараңғы урында 10 көн төнәтергә. Килеп сыҡҡан төнәтмә менән һыҙлаған быуындарҙы ыуырға, көн һайын дауаланыу һөҙөмтәле.

❖ Бәпембә тамырын йыуып, ваҡ ҡына итеп турарға. Бер литр һауытҡа тултырғансы һалып, өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡойорға. Бер аҙнанан төнәтмә ҡулланыуға әҙер була. 1 литр төнәтмә бөткәнсе ҡулланырға.

❖ 150-200 грамм тирәһе петрушканы тамыры менән йыуып, ит турағыс аша үткәрергә. Килеп сыҡҡан бер стакан иҙмәне быяла һауытҡа һалып, 2 стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм яҡшы итеп баҫырып төрөп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәнсәк 4-5 ҡат марля аша һөҙөргә, төнәтмәгә 1 лимон һутын һығып ҡушырға. Ике көн дауамында иртәнсәк һәм кискеһен 1 /3 стакан төнәтмә эсергә. Шунан дауаланыуҙы туҡтатып торорға ла, тағы 2 көнлөк курсты ҡабатларға. Шуныһы мөһим: төнәтмәне ике көнгә етерлек кенә әҙерләгеҙ, артығы кәрәкмәй. Аяҡтарҙың шешенеүе бөткәнгә тиклем эшләргә.

Аяҡтар шешенгәндә

❖ Бер бәйләм петрушканы ваҡ ҡына турап, 2 стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм ярты сәғәт төнәтергә. Төнәтмәне һөҙөргә һәм икегә бүлеп, бер нисә сәғәт арауыҡ ҡалдырып эсергә.

Тауыш юғалғанда

❖ Бер стакан сөгөлдөр һуты һәм бер ҡалаҡ алма һеркәһен ҡушабыҙ. Тауыш юғалғанда ашаған һайын тамаҡты шуның менән сайҡатабыҙ.

Тауыш ҡарлыҡҡанда

❖ 100 грамм ҡырғыстан үткән кишерҙе ярты литр һөткә һалып ҡайнатырға. Ҡайнатманы һөҙөп, көн дауамында бер нисәгә бүлеп эсергә. Тауыш элекке хәленә ҡайтҡансы дауаланырға.

Гәлиә ШӘМСИЕВА әҙерләне.

(“Киске Өфө”нән).

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: