Бөтә яңылыҡтар

Аяҡтағы бәшмәк ауырыуынан ҡотолоуҙың өс ысулы

1 аш ҡалағы нашатырь спиртын бер стакан һыуға һалып болғатырға.Килеп сыҡҡан шыйыҡсаға синтетик булмаған туҡыма киҫәген манып алып, “бәшмәк”ле бармаҡтарҙы төрөргә, өҫтөнән целлофан шыптыр моҡсай һәм ойоҡбаш кейергә. Биш көн буйы ошолай эшләгәндә, ауырыуҙан ҡотоласаҡһығыҙ.

Аяҡтағы бәшмәк ауырыуынан ҡотолоуҙың өс ысулы
Аяҡтағы бәшмәк ауырыуынан ҡотолоуҙың өс ысулы

Аяҡтағы бәшмәк ауырыуынан ҡотолоуҙың өс ысулы

  1. 1 аш ҡалағы нашатырь спиртын бер стакан һыуға һалып болғатырға.Килеп сыҡҡан шыйыҡсаға синтетик булмаған туҡыма киҫәген манып алып, “бәшмәк”ле бармаҡтарҙы төрөргә, өҫтөнән целлофан шыптыр моҡсай һәм ойоҡбаш кейергә. Биш көн буйы ошолай эшләгәндә, ауырыуҙан ҡотоласаҡһығыҙ.
  2. Өй шарттарында сей йомортҡаны, 1 аш ҡалағы уксусты, 1 аш ҡалағы шыйыҡ майҙы һәм 1 сәй ҡалағы демитилфталаты бергә ҡушып болғатып мазь эшләп алығыҙ. Йоҡлар алдынан ошо мазде ауырыу бармаҡтарға һөртөгөҙ һәм өҫтөнән целлофан шыптыр моҡсай менән ойоҡбаш кейеп йоҡларға ятығыҙ. Биш тапҡыр ҡулланыуҙа бәшмәк ауырыуы бөтөргә тейеш. Әҙер мазде һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
  3. Шулай уҡ көнөнә бер нисә тапҡыр 20% прополис эретмәһендә сылатылған мамыҡ тампон менән ауырыу бармаҡты ышҡыһағыҙ, бер нисә көндән зарарланған тырнаҡ килеп төшөр, урынына һау тырнаҡ үҫәсәк.  
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: