Бөтә яңылыҡтар

КЕСЕРТКӘН (йәшел аптека)

Кесерткәндә аскорбин кислотаһы ҡара ҡарағатҡа һәм лимонға ҡарағанда 2 тапҡырға күберәк

КЕСЕРТКӘН (йәшел аптека)
КЕСЕРТКӘН (йәшел аптека)

Яҙғы кесерткән йомшаҡ та, файҙалы ла. Уны сәскә атҡанға тиклем йыйырға кәрәк. Борондан кесерткәнде яраны уңалтыусы, бәүел ҡыуыусы, организмды нығытыусы, эсте йомшартыусы, витаминлы, ҡорошҡаҡҡа ҡаршы, ҡаҡырыҡты сығарыусы сара итеп файҙаланғандар.

Кесерткән төрлө ҡан ағыуҙарҙа, геморрой, бөйөрҙә, үт ҡыуығында таш булғанда, тын ҡыҫылғанда, бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙарында, шешенгәндә, эс ҡатҡанда, йөрәк ауыртҡанда, туберкулезда, ҡурылдай астмаһында, ҡурылдай ауырыуында, аллегрия ваҡытында ҡулланыла.

Шулай уҡ ул тире ауырыуҙары һәм сәсте нығытыу, үҫтереү өсөн да файҙалы.

Кесерткәндә аскорбин кислотаһы ҡара ҡарағатҡа һәм лимонға ҡарағанда 2 тапҡырға күберәк, каротин һырғанаҡ, кишер, ҡуҙғалаҡҡа ҡарағанда юғарыраҡ. Кесерткәндең 20 япрағы А витаминының көндәлек нормаһы менән тәьмин итә. Кесерткән К, Е, В витаминдарына һәм тимер, магний, баҡыр, кальций һәм башҡа микроэлементтарға бай.

Составында кремний һәм органик кислоталар булыуы һөҙөмтәһендә ул организмды дөйөм нығытыу һәләтенә эйә: организмдың бик күп бактерияларға, токсиндарға, радиация йоғонтоһона ҡаршы тороуы көсәйә, иммунитетты нығыта, кислород етешмәүҙән юғары кимәлдә һаҡлай.

Кесерткән углевод һәм аҡһым алмашыныуын көсәйтеүсе булараҡ, уны бик йыш хроник ауырыуҙар ваҡытында ҡулланырға кәңәш итәләр. Ҡанды туҡтатыусы булараҡ, уны эстән – аналыҡтан, үпкәнән, бөйөрҙән, эсәктәрҙән һ.б. ҡан килгән ваҡытта ҡулланалар. Әммә тап ошо ҡанды ойоштороу көсө арҡаһында уны ҡан тамырҙарының варикозы, тромбофлебит һәм ҡан ҡуйы булғанда, шулай уҡ ҡан баҫымы юғары, атеросклероз, бөйөрҙәр ауыртҡанда ҡулланыу ярамай.

("Киске Өфө"нән.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: