Бөтә яңылыҡтар

Ярандар – ысын өй табиптары.

Күптәребеҙ өйҙәрендә тәҙрә төбө һайын тиерлек яран гөлдәр үҫә. Ал, ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары, алһыу, алһыу-шәмәхә төҫтәге сәскәләр күҙҙәрҙе иркәләһә, хуш еҫтәре бүлмәләрҙе сафландырып ебәрә. Был гөл электән аристоркраттар гөлө һаналған. Яран гөлдөң хуш еҫтәре өйҙөң энергетикаһын яҡшырта, ғаиләлә ыҙғыш-талаш сығыуҙы киҫәтә тиҙәр. Һалҡын тейгәндә, тамаҡ ауыртҡанда, йүткерек аптыратҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда, ҡан баҫымы “уйнағанда”, тән бешкәндә, яраланғанда, депрессия ваҡытында ҡулланырға кәңәш итәләр. Бына бер нисә ысул:

Ярандар – ысын өй табиптары.
Ярандар – ысын өй табиптары.

 

-1 л һыуға 25 гр яран япраҡтарын һалып 10 минут ҡайнатып алырға. Ошо һыу менән шешкән тамаҡты көнөнә 3-4 тапҡыр сайҡатып торһаң, тиҙерәк шәбәйерһегеҙ;

- тымаулағанда яран япраҡтарының һутын танауығыҙға тамыҙыу килешер;

- Отит йонсотҡанда йоҡлар алдынан яран япрағын төрөп ҡолаҡҡа ҡуйып ятыу килешер;

- Теш һыҙлағанда яран япраҡтарын сәйнәһәң, һыҙлау баҫылыр;

- Яран гөлөнөң эфир майҙары тирегә яҡшы тәьҫир итә, төрлө тимгел таптарҙы (пигментные пятна) бөтөрә, экзема кеүек ауырыуҙарға ла ҡаршы тора ала;

 - Яран гөл һутын катарактаның башланған ососронда күҙҙәрегеҙгә тамыҙһағыҙ, ауырыуҙы туҡтатат алырһығыҙ;

-Остеохондроз, радикулиттан йонсоғанда яран гөл япраҡтарынан компресс яһау килешер;

-Сәстәрегеҙ ҡойолоп аптыратһа, яран гөл япраҡтары төнәтмәһе ярҙамға килер;

-Стресс кисергәндә, оҙайлы депрессия ваҡытында яран гөл япраҡтарын ҡулда ыуырға кәрәк;

-Йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәргә 10 яран гәл япрағын 1 ст ҡайнар һыуға һалып 1 сәғәт һалҡын урында тоторға ла, 1/3 өлөшөн йоҡлар алдынан эсергә кәрәк.

      

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: