Бөтә яңылыҡтар

Һыу буйында һаҡ булығыҙ!

Һау торошо үҙгәреүсән генә булһа ла,ниһәйәт, һыу инеү миҙгеле башланды. Эҫе көндәр тороу сәбәпле,халыҡ йылға-күл буйҙарына ашыға. Бигерәк тә бала-сағалар һыу буйынан ҡайтып инмәй. Эҫелә һыу инеүе рәхәт тә, күңелле лә, сәләмәтлек өсөн дә файҙалы. Шулай ҙа ?аҡланыу саралары хаҡында оноторға ярамай. Һыу инеү һәм тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен белеү һәр кем өсөн мөһим.

Һыу буйында һаҡ булығыҙ!
Һыу буйында һаҡ булығыҙ!

Махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә һәм ял итергә була. Һыу буйында таҙа ҡом, һыуға инеү өсөн уңайлы һөҙәк, ҡотҡарыусылар өсөн йыһазландырылған урын – былар барыһы ла һыу буйында хәүефһеҙ һәм уңайлы ял итеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки быялаға киҫелеү, йығылып йәрәхәтләнеү, шулай уҡ һыу буйҙары өсөн йыш ҡына медицина ярҙамына мөрәжәғәт итеүҙең сәбәптәре. Һыуға тәрән инергә кәрәкмәй, бигерәк тә, әгәр йөҙә белмәһәгеҙ йәки насар йөҙһәгеҙ. Үҙ көстәрегеҙҙе һәр ваҡыт иҫәптә тотоғыҙ. Һыу температураһын, ағымын, һыу ятҡылыҡтарының характерын хәүефһеҙ һыу инеү өсөн иҫәпкә алырға тейешһегеҙ. Балалар өлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш. Был ҡағиҙә бөтә йәштәге балаларға ҡағыла. Биш йәшкә тиклем балаларҙы яҡында тотоғыҙ, һыу ятҡылыҡтары йәки яр буйы булыуына ҡарамаҫтан. Әгәр бала олораҡ булып, хатта, йөҙә белһә лә, уның менән һәр саҡ бергә булырға һәм уның менән һыуға инергә иренмәгеҙ. Өлкәнерәк йәштәге баланы алдан ҡағиҙәләр менән таныштырығыҙ, нисек үҙеңде һыуҙа тоторға, ниндәй уйын төрҙәре рөхсәт ителә, ә нимәләр юҡ икәнен асыҡлағыҙ. Һыуға һикереү һәм сумыу хәүефле һәм үлемесле булыуы мөмкин. Тәү сиратта, сумыр алдынан тәжрибәле «һыу инеүсе» йәки «сумыусы» булыуға ҡарамаҫтан, һыу ятҡылыҡтарын белгән булһағыҙ ҙа, яҡшылап ҡаршылыҡтарҙы ҡарағыҙ.Дауыл йәки йәшен ваҡытында һыу инер алдынан, иң тәүҙә йөҙ тапҡыр уйлап ҡарағыҙ. Ниндәй генә яҡшы физик формала булһағыҙҙа, арсеналыгыҙҙа йөҙөү буйынса нисә разряд булыуына ҡарамаҫтан, яҙмышығыҙҙы һанамағыҙ. Һауа торошо насар булғанда яр буйында ҡалығыҙ. Насар һауа торошонда йөҙөргә лә, кәмәлә сығырға ла кәрәкмәй. Һыу буйына хәүефһеҙ һәм тиҙ боҙолмай торған ғына аҙыҡ-түлек алығыҙ. Йылға буйында туҡланыуға кәңәштәр. Торт, майлы ит, газлыһыу, әсе тәмләткестәр үҙеғеҙ менән алмағыҙ. Сумка-һыуытҡыс алығыҙ, уны йәшелсә һәм емеш-еләктәр, һыу менән етерлек күләмдә тултырығыҙ. Һыу буйында иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ. Һауа температураһы юғары булғанда, иҫерткес эсемлектәр хәлдең насарайыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе, хроник йөрәк-ҡан системаһы, ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәренең киҫкенләшеүенә килтерергә мөмкин. Иҫереү хәлендә һыуға инеү тураһында, хатта, һүҙ алып барылмай. Һыуҙа бәләгә осраған һәр икенсе кеше эскән булған. Ҡояшта ҡыҙыныу, әлбиттә, файҙалы, тик башҡа күп нәмәләр кеүек үк, аҡыллы иҫәптә генә. Табиптар сикләнгән ваҡытта ғына ҡояшта ҡыҙынырға кәңәш итә: иртәнге сәғәт 8.00-ҙән 11.00-гә тиклем һәм 16.00-ҙан 19.00-ға тиклем.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: