Бөтә яңылыҡтар

Һеҙгә кальций етәме?

Кальций-беҙҙең организм өсөн бик кәрәкле мөһим минералдарҙың береһе. Уның етешмәүе етди патологияларға, ауырыуҙарға, хатта онкологияға ла килтерергә мөмкин. Организмға кальций етмәүҙең бер нисә билгеһе бар.

Һеҙгә кальций етәме?
Һеҙгә кальций етәме?

-Йыш арығанлыҡ тойғоһо, даими йоҡо килеү, көсһөҙлөк.

-Тән тиреһенең ҡоро булыуы.

-Тырнаҡтарҙың һыныуы.

-Сәбәпһеҙҙән тәндә күгәргән урындар барлыҡҡа килеүе.

- Танауҙың йыш ҡанауы.

-Тештәрҙә кариес барлыҡҡа килеүе.

-Быуындар һыҙлауың

-Аяҡ- ҡулдарҙың ойоуы.

-Хәтерҙең насарайыуы.

-Аллергия барлыҡҡа килеүе, йыш һалҡын тейеүе.

Ошо билдәләр күҙәтелә икән, табибҡа мөрөжәғәт итергә кәрәк. Һөт ризыҡтарына, айырыуса эремсеккә өҫтөнлөк бирергә кәрәк.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: