Бөтә яңылыҡтар

Оҙон ғүмерлеләр нимә менән туҡлана?

Эксперттар ниндәй ризыҡтар оҙаҡ йәшәргә ярҙам итеүен асыҡлаған

Төрлө тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, оҙаҡ йәшәүсе рекордсмендар йыш ҡына һәр кем ҡуллана алған ризыктар ашай икән. Шуларҙың береһе — фундук. Был сәтләүек баш мейеһен нығыта, Е һәм В6 витаминдарына бай.

Бөтә бөртөклө ашлыҡтан әҙерләнгән ризыҡтар бик файҙалы. Улар эсәклектең сәләмәтлеген һаҡлай, ҡандағы шәкәр кимәлен контролдә тоторға һәм артериаль ҡан баҫымын нормалләштерергә булышлыҡ итә. Бынан тыш, ундай аҙыҡ йөрәк ауыруҙары булғанда ла файҙалы.

Оҙон ғүмер бүләк итеүсе емештәрҙең береһе – банан. Ул хәтерҙе нығыта, аш эшкәртеүҙе яҡшырта һәм хатта организмды онкология ауыруҙарынан һаҡларға һәләтле.

Оҙаҡ йәшәүселәр ҡуллана торған аҙыҡ-түлек араһында нут борсағы лидерлыҡ позицияһын биләй. Ул А, С, Е, К һәм В төркөмө витаминдарына, шулай уҡ фосфор, калий, кальций, тимер һәм магнийға бик бай. Нут күҙәнәктәрҙе һәм туҡымаларҙы тергеҙеүҙе тиҙләтә.

Ҡара фасоль шулай ук оҙаҡ йәшәүгә ярҙам итә. Унда клетчатка, А, В2, В3, В6, В9 витаминдары, фолий кислотаһы, кальций, фосфор, цинк һәм магний күп. Фасоль холестерин кимәлен кәметергә, ашҡаҙан һәм эсәклек эшен яҡшыртырға һәләтле.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: