-3 °С
Болотло
Ул "Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк" акцияһы сиктәрендә республика буйлап хәрәкәтен дауам итә. Әлегә төрлө район-ауылдарҙа 90 мең кеше медицина тикшереүе үткән. Беҙҙең районда был "поезд" Байышта – 17-19, Этҡолда – 22-23, Үрге Муйнаҡта – 24-26 һәм Ибрай ауылында 29-30 августа эшләйәсәк. Был ауылдарҙа йәшәүселәр генә түгел, яҡын-тирәләгеләр ҙә мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаһын ине!
Медицина тикшерелеүе бушлай һәм уға алдан яҙылырға кәрәкмәй! Үҙегеҙ менән паспорт, медицина полицы алырға онотмағыҙ!