Бөтә яңылыҡтар

Аяғыңды һыуға тыҡ!

Тура атлап йөрөүе хаҡын кеше остеохондроз менән түләй, йәғни умыртҡа һөйәге деформациялана, нервылар ҡыҫыла.

Аяғыңды һыуға тыҡ!
Аяғыңды һыуға тыҡ!

Тайвань утрауында йоҡлар алдынан аяҡтарҙы йылы һыуға тығып ултырырға кәрәк икәненә инанғандар. 40-50 градус йылылыҡтағы һыуға, ул тән температураһынан түбәнәймәһен өсөн даими эҫе һыу өҫтәп тороп, аяҡтарҙы 15-30 минут тығып ултырырға кәрәк.

Бының аңлатмаһы ябай - йоҡо алдынан ҡан әйләнешен көсәйтергә кәрәк. Тап йоҡо ваҡытында организм көн дауамында тупланған шлактарҙан һәм токсиндарҙан арына. Йылы ванна был файҙалы һәм таҙартыу процесын көсәйтә.

Процедураның икенсе аңлатмаһы  – төнгө ял ваҡытында умыртҡа һөйәгенең һәм умыртҡа һөйәге дискыларының ҡыҫылыуын уңышлы компенсациялау. Мәғлүм булыуынса, тура атлап йөрөүе хаҡын кеше остеохондроз менән түләй, йәғни умыртҡа һөйәге деформациялана, нервылар ҡыҫыла, шул сәбәпле төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Һәр кис аяҡтарҙы йылы һыуға тығып ултырыу - остеохондрозға һәм организмдың ваҡытынан алда ҡартайыуына ҡаршы сара.

Читайте нас: