Бөтә яңылыҡтар

Ябығырға теләһәгеҙ, был ысул һеҙҙең өсөн

Был ысул ябығыр өсөн дә, сәс, тырнаҡтарҙың торошон яҡшыртыу өсөн дә ярап ҡалыр

Ябығырға теләһәгеҙ, был ысул һеҙҙең өсөн
Ябығырға теләһәгеҙ, был ысул һеҙҙең өсөн

Иртәнге ашты түбәндәгесә әҙерләп, ай буйына ҡулланһаҡ, һөҙөмтәһен көҙгөлә күреп шатланырбыҙ - бит тиреһе яҡшырыр, сәс, тырнаҡтар нығыныр, эс кәмер. Ингредиенттар: биш ҡалаҡ һоло яҫмығы (геркулес) биш ҡалаҡ һыу, бер ҡалаҡ һөт йәки бер балғалаҡ һөт өҫтө, бер балғалаҡ бал, биш сәтләүек. Әҙерләү: Төндән биш ҡалаҡ һоло яҫмығына биш ҡалаҡ ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп ултыртабыҙ (иртән дә эшләргә мөмкин, тик 15-20 минут тороп өлгөрһөн). Иртән уға бер ҡалаҡ һөттө, балды биш грек йә фундук сәтләүеген ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Аҙыҡты ентекләп сәйнәп йоторға кәрәк. Өс сәғәт дауамында башҡа төрлө ризыҡ ашамаҫҡа, эсмәҫкә. Тәғәйен ваҡыт үткәс, нимә теләйһегеҙ шуны ашарға мөмкин.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: