Бөтә яңылыҡтар

Һарғайған саған япрағы ла дауа икән

Халыҡ дауаһы

Һарғайған саған япрағы ла дауа икән
Һарғайған саған япрағы ла дауа икән

Ауыр шарттарҙа эшләп, 50 йәштән хаҡлы ялға сыҡтым. Ҡырҡ йәшем дә тулмаҫ борон бөтә быуындарым һыҙлай башланы. Ниндәй генә укол ҡаҙатманым, төрлө дарыуҙар ашап ҡараным, быуын ултыртыусыға ла йөрөнөм, тик һис файҙаһы булманы. Бер гәзиттә бик ябай бер рецепт күреп, шуның буйынса дауаланғас ҡына бар һыҙланыуҙарым һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты.

Рецепт былай: көҙ көнө 270 дана һарғайған саған япрағын йыйырға һәм өс өлөшкә бүлергә. Кистән өсәр япраҡты ярты литр һалҡын һыуға һалып ҡайнатып сығарғас, уттан алырға ла, иртәгәһен өскә бүлеп, иртән, төш, кис эсергә. Ошо рәүешле дауаланыуҙы утыҙ көн дауам итәһең, был арауыҡ эсендә 90 япраҡ китә. Шунан ун көн ял итеп, тағы ла саған япрағынан ҡайнатма эсә башларға һәм бер айҙан ун көнгә туҡтап торорға кәрәк. Күпме аҡса түгеп, организмығыҙҙы ағыулап, услап-услап дарыу ашайһығыҙмы, йәки ошо ябай ысул менән дауаланаһығыҙмы – үҙегеҙ ҡарағыҙ.

Рәфҡәт ҺИБӘТУЛЛИН. Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

(“Киске Өфө”нән)

Читайте нас: