Бөтә яңылыҡтар

Йөрәгегеҙ һау булһын тиһәгеҙ

Йөрәгегеҙ һау булһын тиһәгеҙ түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ

Йөрәгегеҙ һау булһын тиһәгеҙ
Йөрәгегеҙ һау булһын тиһәгеҙ

Инфаркт миокарды үткәрергә һәм коронар ҡан тамырҙарының тыйлығыуын теләмәһәгеҙ, мөмкинселек булһа көн һайын бер стакан ҡыҙыл йөҙөм (виноград) һуты эсергә кәңәш итәләр.

Йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһының эше көйлө барһын тиһәгеҙ Е витамины нисбәте күп булған аҙыҡ-түлек ашарға кәрәк. Сыр, йәшелсәләр, борсаҡлы культуралар, эремсек һәм үҫемлек майы (башлыса кукуруз майы, шулай уҡ таҙартылмаған көнбағыш майы) тап Е витаминына бай.

Хәрәкәтләнегеҙ! Баҫҡыстан йышыраҡ йәйәү йөрөргә тырышығыҙ, был әлбиттә ҡатлы өйҙә йәшәгәндәр өсөн уңайлы. Иң мөһиме ҡан тамырҙары буйлап ҡан йүгереүен яҡшыртыу, ҡан әйләнеше ни тиклем яҡшыраҡ, шул тиклем үк йөрәк мускулдары нығыраҡ буласаҡ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: