Бөтә яңылыҡтар

Бәрхәт сәскәһе витилигонан дауа

Тағы ла ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙарын, шәкәр диабетын иҫкәртеү,  ҡан тамырҙарын һәм нервы системаһын нығытыу өсөн бәрхәт сәскәһе менән дарыуҙарҙы ҡулланып ҡарағыҙ. 

- Ала ауырыуынан (витилиго), нейродермиттан, псориаздан, күреү һәләте насарайғанда һәм сәс ҡойолоуҙан 8 сәскәгә 4 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 5 – 7 минут ҡайнатырға.

Ҡулланыу: һыуын ҡойоп алып, сәскәһенә тағы  ярты стакан һыу өҫтәп, тағы 5 – 7 минут ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп алып, тәүге һыуы менән ҡушырға һәм көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә. Дауаланыу курсы – бер ай.

Бәрхәт сәскәһенең еҫе һауалағы паразиттарҙы ҡыуа, төнәтмәһе эске ағзалар өсөн ифрат файҙалы. Бигерәк тә талаҡ, ашҡаҙан аҫты биҙе, тын юлдары, ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай, ҡан әйләнешен яҡшырта, йәшәртә, кәйефте күтәрә.

Шулай ҙа дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: