Бөтә яңылыҡтар

Сәләмәтлек акцияһы тамамланды

 Быйыл дүртенсе тапҡыр уҙған "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһына йомғаҡ яһалды.   Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров акцияла ҡатнашыусы  табиптарҙы наградаға тәҡдим итергә ҡушты.

Сәләмәтлек акцияһы тамамланды
Сәләмәтлек акцияһы тамамланды

Башҡортостанда «Сәләмәтлек поезы» эшен тамамланы. Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

18 апрелдән 9 сентябргә тиклем табиптар республиканың 259 ауыл-ҡасабаһында булып, 120 меңдән ашыу кешене ҡараны. Һөҙөмтәлә 1489 пациент  республика дауаханаларына артабан тикшерелеү үтеү өсөн йүнәлтмә алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров акцияла ҡатнашыусы  табиптарҙы наградаға тәҡдим итергә ҡушты.

«Беҙ бөтә ил менән  был табиптарға рәхмәт әйтәбеҙ.  Минеңсә, улар ҡыҙыҡлы тәжрибә алды, сөнки төрлө пациенттар менән осрашты.  Табиптарға рәхмәт әйтәйек,  бүләкләү ҡағыҙҙарын әҙерләгеҙ», – тине республика етәксеһе, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына күрһәтмә биреп.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: