Бөтә яңылыҡтар

29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө

Иҫкәртеүҙең төп ысулы – сәләмәт йәшәү рәүеше И. Ғәрифуллин, үҙәк район дауаханаһының табип-кардиологы. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары күпселек илдәрҙә кешеләрҙең үлемендә төп сәбәпсеһе булып тора. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының үҫешеүенә берҙәм генә нигеҙ юҡ, шулай ҙа уларҙы барлыҡҡа килтереүсе факторҙар билдәләнгән. Кеше йоғонто яһай алмаған хәүеф факторҙары бар: йәш, енес, нәҫелдән күсеү.

29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө
29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө

 

Кеше олоғая барған һайын йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе арта бара.Ир туғандары яғынан (атаһы, ағаһы) 55 йәшкәһәм ҡатын туғандары яғынан (әсәһе, апаһы) 65 йәшкә тиклем миокард инфаркты һәм инсульт үткәреүселәр булһа, хәүеф юғарыраҡ.Ир-егеттәрҙә миокард инфаркты һәм мейе инсульты ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда уртаса 10 йыл иртәрәк үҫешә.

Тәмәке тартыу, дөрөҫ туҡланмау, физик әүҙемлек булмауы, алкоголле эсемлектәр менән артыҡ мауығыу, артыҡ кәүҙә ауырлығы, ҡанда холестерин, шәкәр күләменең юғары булыуы, төрлө стрестар, депрессия һәм артыҡ хафаланыу үҙгәртеп була торған хәүеф факторҙарына инә.

Медицинала холоҡ-фиғеленә ҡарап, кешеләрҙе А һәм Б типтарына айыралар. Нервы системаһы тиҙ ҡуҙғысан кешеләр А тибына ҡарай. Был типҡа ҡараған кешеләр ярышырға ярата, бер нимәгә лә ҡарамай еңергә тырыша. Улар юғары амбициялы, ирешелгән менән ҡәнәғәт түгел, һәр ваҡыт көсәргәнештә булалар. Кардиологтар белдереүенсә, тап ошо типҡа ҡараған кешеләр стресҡа яраҡлаша алмай, улар йәш саҡта Б тибына ҡарағанда күпкә йышыраҡ (6,5 тапҡыр) ауырыуға дусар булыусан.Б тибына ҡарағандар, флегматиктар, улар сабыр холоҡло, мәрхәмәтле булалар.

Йыш ҡына стресс кисереү, депрессияға бирелеү һәм хафаланыуҙар йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыҙары хәүефен ике тапҡыр арттыра.Стрестар булдырмаҫҡа тырышығыҙ һәм уларға бирешмәҫкә өйрәнегеҙ.

Тәмәке тартыу юғары ҡан баҫымына, холестерин күтәрелеүенә, миокардинфарктына, ишемик инсультҡа һәм атеросклерозға килтерә. Тын юлы һәм яман шеш ауырыуҙары барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра, ир-егеттәрҙә потенцияның түбәнәйеүенә һәм ғүмерҙең уртаса 7 йәшкә тиклем ҡыҫҡарыуына алып килә.

Дөрөҫ туҡланмау ҙа төрлө ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була, улариҫәбенә иң элек һимереү, юғары ҡан баҫымы, шәкәр диабеты, инфаркт миокард, инсульт һәм яман шеш ауырыуҙары инә.Күп осраҡта дөрөҫ туҡланмау күпләп артыҡ майлы һәм тиҙ эшкәртелеүсән углеводлы ризыҡтар, тоҙ ашауҙан, шулай уҡ рационда емеш-еләк, йәшелсәләр һәм балыҡтың әҙ булыуынан бәрәбәр. Артыҡ ауырлыҡ йыймаҫ өсөн файҙалы ризыҡтар менән туҡланыр кәрәк. Күберәк емеш-еләк һәм йәшелсәләр, артыҡ майлы булмаған һөт ризыҡтарына, балыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә физик яҡтан әүҙем булыу ҙур роль уйнай. Әгәр ҙә һеҙ көнөнә 3 километрҙан да кәм йәйәү йөрөйһөгөҙ икән, тимәк, һеҙҙең физик әүҙемлегегеҙ түбән.

Йәйәү атлау, велосипедта йөрөү, өҫтәл теннисы уйнау, йөҙөү һәм аҙнаһына 3 тапҡыр даими рәүештә 30 минутлыҡ күнекмәләр яһау һеҙҙе физик яҡтан нығытыр. Ҡапыл ғына ауыр әйберҙәр күтәреү ҡан баҫымы күтәрелеүенә килтерә. Әгәр ҙә йөрәк сәнсеп алһа, ҡапыл хәлегеҙ бөтһә, йөрәк ритмы боҙолһа һәм тын алыуы ауырлашһа, күнекмәләрҙе эшләүҙе туҡтатығыҙ.

Ҡайһы бер кешеләр шәкәр диабеты менән ауырыуҙарын белмәҫкә лә мөмкин. Шуға ла йыш ҡына ҡандағы глюкоза күләмен тикшертеп тороғоҙ. Айырыуса был артыҡ кәүҙә ауырлығы, шәкәр диабеты менән ауырыусы туғандары булған кешеләргә һәм 4 кг-дан да артыҡ ауырлыҡтағы бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла.

Ҡан баҫымының юғары булыуы инсульттың төп сәбәбе булып тора, аритмияға, миокард инфарктына, йөрәк, бөйөрҙәрҙең насар эшмәкәрлегенәһәм Альцгеймер ауырыуына килтерә. Шуға ла ҡан баҫымы юғары булғанда үҙ-үҙеңде контрольдә тотоу бик мөһим! Юғары ҡан баҫымын тулыһынса дауалап булмай, был ауырыу күҙәтелгәндә табип яҙған дарыуҙарҙы даими рәүештә эсеп барырға кәңәш ителә. Дарыуҙарҙы һәм ниндй күләмдә ҡулланыуҙы мотлаҡ табип ҡына тәғәйенләй ала, кардиолог булһа яҡшыраҡ.

Әгәр дауалау буйынса һорауҙар килеп тыуһа, үҙегеҙҙе дауалаусы табип менән һөйләшегеҙ. Дауаланғанда ҡулланған препараттарҙың исемдәрен, дозаһын һәм ҡулланыу графигын төҙөгөҙ ҙә табип менән кәңәшләшегеҙ. Дарыуҙарҙы ваҡытында табик күрһәтмәләренә ярашлы эсегеҙ. Өҫтәмә эффектары тураһында һорашығыҙ.

Башҡа күп төрлө ауырыуҙар кеүек үк йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ!

 

Мәғлүмәт өсөн

Бөгөнгө көнгә район дауаханаһында кардиолог күҙәтеүе аҫтында 3667 кеше тора. Шуларҙың 50-һе тыумыштан йөрәк кәмселеге менән булһа, 150-һе тормошта барлыҡҡа килгән йөрәк кәмселеге менән. Йөрәктең ишемик ауырыуы – 535, киҫкен миокард инфаркты – 150, стенокардияменән 50 кеше иҫәптә тора. Тағы ла 556 кешелә йөрәк ритмы боҙолоуы, 30 кешелә кардиомиопатия асыҡланған. Үпкә гипертензияһы менән – 3, артериаль гипертензия менән 2143 ауырыу иҫәпләнә. 8 бала “Д” иҫәбендә тора, тыумыштан йөрәк кәмселеге менән 48 бала күҙәтелһә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән 4 бала инвалид, тип табылған.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: