

Йөрәк беҙҙең организмда иң мөһим орган. Шуға ла уның сәләмәтлеген ҡайғыртыр кәрәк. Йөрәкте нығытыу һәм эшмәкәрлеген көйләү өсөн бик яҡшы халыҡ ысулы бар.
Бының өсөн 1 ст мүк еләген (клюква) йыуып, һыуы һарҡҡас ағас ҡалаҡ менән иҙергә. Килеп сыҡҡан массаға 1 аш ҡалағы яҡшы сифатлы бал, 1 ст ваҡланған әстерхән сәтләүеге менән 0.5 кг ит турағыстан үткәрелгән төшһөҙ йөҙөм ҡушып яҡшылап болғатабыҙ ҙа 2 аҙнаға ҡараңғы урынға ҡуйып торабыҙ. Шифалы ла, файҙалы ла ҡатнашма әҙер.
Һәр көн иртән ас ҡарынға 1 десерт ҡалағы ашайбыҙ!