

1 литр ҡуйы (бөгөн һауғаны бигерәк тә шәп) һөт, 1 баш һуған, 1 аш ҡашығы аҡ май, бер семтем сәй содаһы, 1-2 аш ҡашығы коньяк кәрәк буласаҡ. Һөт ҡайнап сыҡҡандан һуң, дүрткә бүленгән һуғанды һалып, 5 минут бешерергә. Һөттө уттан алып, бер аҙ һыуытырға һәм ҡалған ингредиенттарҙы өҫтәп, болғатырға. Ҡатнашманы төнгә ҡаршы ҡайнар, әммә ауыҙҙы бик бешермәҫлек булғанда эсергә. Тәме бик хуш килерлек булмаһа ла, тәьҫире шәп – иртән үҙегеҙҙе еңелерәк хис итәсәкһегеҙ.