Тымауҙан тиҙ ярҙам

Көндәр һыуытыу менән балалар маңҡалай башлай. Танауҙары тоноп, төндә насар йоҡлайҙар. Ошондай  ваҡытта тиҙ генә ярҙам итеп була.

Тымауҙан тиҙ ярҙамТымауҙан тиҙ ярҙам
Тымауҙан тиҙ ярҙам

 

Баланың тымаулай башлағанын күргәс тә аптеканан  физиологик шыйыҡса (физраствор) алып яртышар пипетка һәр бер танау тишегенә тамыҙып сығабыҙ. Был процедураны ярты сәғәт һайын ҡабатлайбыҙ.

Артабан көнөнә бер тапҡыр бер ҙур аскорбин таблеткаһы бирәбеҙ.

Шулай уҡ көнөнә өс тапҡыр берәр таблетка кальций глюконаты бирәбеҙ.

Ошолай иткәндә тымау еңелерәк һәм тиҙерәк үтәсәк!

Сәләмәт булығыҙ! Ауырымағыҙ!  

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас