Бөтә яңылыҡтар

Керән бик файҙалы үҫемлек

Күптәр керән тамырын (хрен) тик аш-һыу бүлмәһендә, ҡыяр һәм помидор тоҙлағанда, "Хреновина" эшләгәндә генә ҡуллана. Кемдер аш тәмләткес итеп кибеттәрҙән һатып ала. Ысынында иһә керән тамырында кеше организмы өсөн бик файҙалы матдәләр бар.

Керән бик файҙалы үҫемлек
Керән бик файҙалы үҫемлек

 

Керән тамырында гәрсис майы һәм энзимдар бар. Керән тамырын ит тартҡыстан йә ҡырғыстан үткәргәндә ошо ике матдә бергә ҡушылып аллил гәрсис майы  барлыҡҡа килә. Тап ошо май көслө тәбиғи антибиотик һанала. Ул ауыҙ, танау ҡыуышлығындағы, тамаҡтағы бактнериялар менән көрәшә.

Трахеит, бронхит һәм оҙайлы йүткереү аптыратҡанда 1 аш ҡалағы ҡырылған керән тамырын һәм 3 аш ҡалағы балды ҡушып яҡшылап болғатырға ла, көнөнә 5 тапҡыр бер сәй ҡалағы ҡатнашманы ашарға кәрәк. Ауыҙға ҡапҡас та тиҙ генә йоторға ашыҡмағыҙ,әҙерәк ирегәнен көтөгөҙ.

Цистит һәм уретрит кеүек ауырыуҙарҙан 1 аш ҡалағы ҡырылған керәнде 1 ст ҡайнар һыу ҡойоп, 5 минутҡа ҡаплап ултыртып торорға. Көнөнөә ошондай сйҙе 3-4 тапҡыр эскәндә шәбәйерһегеҙ!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: