Бөтә яңылыҡтар

Дөрөҫ туҡланған, оҙаҡ йәшәр

Башҡортостанда 31 октябрҙән 6 ноябргә тиклем “Аш тоҙон ҡулланыуҙы кәметеү аҙналығы” акцияһы үтә

Дөрөҫ туҡланған, оҙаҡ йәшәр
Дөрөҫ туҡланған, оҙаҡ йәшәр

Был аҙналыҡ эшкә һәләтле граждандарҙың үлем осраҡтарын кәметеүҙе һәм граждандарҙың ғүмер оҙонлоғон арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Моғайын, тоҙҙо “аҡ ағыу” тип атағандарын,уны ҡулланыуҙы сикләргә кәңәш итеүҙәрен күптәр ишеткәне барҙыр. Ә ни өсөн был тәмләткесте “үлтереүсе” тип иҫәпләйҙәр һуң?

Тоҙҙоң 39 проценты натрийҙан тора. Ә был матдә кешегә бик аҙ миҡдарҙа талап ителә. Уны организм шыйыҡлыҡ балансын көйләү, күҙәнәктәргә туҡлылыҡлы матдәләрҙе алып килеү һәм сығарыу өсөн ҡуллана. Әммә натрийҙың миҡдары артҡан осраҡта, шыйыҡлыҡ организмда тотолоп ҡала. Был бөйөрҙәрҙең көсөргәнеп эшләүенә, ҡан баҫымы күтәрелеүенә килтерә. Шуға ла инсульт, инфаркт кеүек һәм башҡа йөрәк, бөйөр ауырыуҙарына сәбәп булған юғары ҡан баҫымын кәметеү өсөн тоҙ ҡулланыуҙы сикләргә кәңәш ителә.

Тоҙ, шул иҫәптән икмәккә һәм башҡа ризыҡтарға ҡушылғанын да иҫәпкә алып, тәүлегенә 5 грамдан, йәғни 1 балғалаҡтан да артмаҫҡа тейеш. Ә йөрәк һәм ҡан юлдары ауырыуҙары менән яфаланғандар өсөн норма – 4 грамм.

Шулай уҡ ашты тәмләмәйенсә тоҙларға, тоҙло ризыҡтарҙы күп ҡулланырға кәңәш ителмәй. Ҡайһы ваҡыт тоҙ ҡулланыуҙы кәметеү өсөн өҫтәлдән уның һауытын алып ҡуйыу ҙа етә. Әгәр тоҙһоҙ ашты яратмаһағыҙ, уны алыштырыусы калий хлоридын һәм башҡа тәмләткестәр, мәҫәлән, лимон һутын ҡулланығыҙ.

Туҡланыу – организм өсөн мөһим булған физиологик процесс. Әммә туҡланыу дауа булыуы ла, ауырыуға килтереүе лә мөмкин. Организмдың һаулығы, эшкә һәләтлелеге өсөн сәләмәт туҡланыу талап ителә. Шуға ла сәләмәтлек торошон яҡшыртыу өсөн һыйыр майы, сало, майлы ит, майлылығы юғары булған һөт ризыҡтарын, тәмле-татлыны, шул иҫәптән газлы һыуҙарҙы ла, тоҙло ризыҡтарҙы,алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы кәметегеҙ.

Туҡланыуҙа киреһенсә ярма, емеш-еләк, йәшелсә, балыҡ, фасоль, борсаҡ, бәшмәк, сәтләүектәр, майһыҙ һөт ризыҡтары, үҫемлек майҙары, 1,5 л-ҙан да кәм булмаған шыйыҡса (татлы түгел) ҡулланыуға өҫтөнлөк бирегеҙ. Ризыҡты ҡыҙҙырғанға ҡарағанда бешереп ашау ҙа яҡшыраҡ. Диета түгел, ә көн дә дөрөҫ туҡланыу кәрәк!

Г. Ваһапова, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының гигиена тәрбиәһе буйынса белгесе.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: