Бөтә яңылыҡтар

Аяҡтар һыҙлағандан шәп сара

 Аяҡтарығыҙ һыҙлап аптыратамы? Төндә һыҙланып йоҡлай алмайһығыҙмы? Улайһа еңел генә халыҡ рецебын ҡулланып ҡарағыҙ.

Аяҡтар һыҙлағандан шәп сара
Аяҡтар һыҙлағандан шәп сара

 

Тасҡа йәки күнәккә 2-3 л йылы һыу һалып сифатлы кер һабынын (күҙ һабыны бармай) эретеп алығыҙ. Һөт кеүек аҡ төҫтә шыйыҡса барлыҡҡа килергә тейеш. Артабан берәр ус сәй содаһы һәм тоҙ (диңгеҙ тоҙо булһа тағы ла яҡшыраҡ) һалып эреп бөткәнсе болғатабыҙ. Ҡайнап торған һыу өҫтәп үҙебеҙ түҙерлек температура булдырабыҙ ҙа 10 тамсы йод ҡушып бутайбыҙ.

Хәҙер аяҡтарығыҙҙы бәкәлгә тиклем ошо һыуға тығып 15 минут ултырып торорға ғына ҡала. Был ваҡыт эсендә шыйыҡса яйлап ҡына һыҙланыуҙы һурып аласаҡ. Артабан  аяҡтарығыҙҙы ҡоротоп, крем йә иһә зәйтүн майы һөртөп еңелсә массаж яһап, йылы ойоҡбаш кейеп ятырға ғына ҡала.

Кәңәш ителгән ваҡыттан артыҡ тоторға ярамай.

Был әҙер шыйыҡсаны 3 тапҡыр ҡулланып була, тик ҡулланыр алдынан кәрәкле температураға тиклем йылытып алырға һәм 10 тамсы йод  өҫтәргә генә кәрәк.  

10-12 тапҡыр көн һайын ошондай шыйыҡсаға аяғығыҙҙы тығып ултырһағыҙ, һыҙланыуҙы оноторһоғоҙ. Кемдәрҙә варикоз һәм тромбофлебит сирҙәре асыҡланған, уларға шыйыҡсаны йылымыс ҡына итеп яһарға кәрәк.

Сәләмәт булығыҙ!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: