Башың ауыртһа... Умыртҡаңды дауала

Умыртҡа һөйәгендә барлыҡҡа килгән ауыртыу организмдың төрлө урынындағы ағзалар менән туранан-тура бәйләнештә

Башың ауыртһа... Умыртҡаңды дауалаБашың ауыртһа... Умыртҡаңды дауала
Башың ауыртһа... Умыртҡаңды дауала

Ғәҙәттә, сирләй башлаһаҡ, табипҡа барыуҙан алда ҡул аҫтында булған дарыуҙарҙы барларға һәм үҙаллы дауаланырға тотонабыҙ. Таныш күренешме? Күптәр өсөн таныш ҡына түгел, ғәҙәти хәлдер. Әммә сирҙәр төрлө сығанаҡлы булыуы һәм уларҙы дарыу йәки укол ғына бөтөрмәүе лә мөмкин. Әлбиттә, күпмелер ваҡытҡа ауыртыуҙы баҫып торасаҡ, әммә ваҡыт үтеү менән сир ҡабат үҙен белдертәсәк. Юҡҡа ғына ололар ғына түгел, табиптар ҙа бигерәк тә үҫмер ваҡытта умыртҡа һөйәгенә иғтибарлы булырға ҡуша тиһегеҙме? Баҡтиһәң, умыртҡа һөйәгендә барлыҡҡа килгән ауыртыу организмдың төрлө урынындағы ағзалар менән туранан-тура бәйләнештә икән.

Беренсе муйын умыртҡаһы (С1, атлант): баш ауыртыуы, мигрень, хәтер насарайыуы, баш әйләнеү, артериаль гипертензия, мейеләге ҡан әйләнешенең етешһеҙлеге.

Икенсе муйын умыртҡаһы (С2): танау эргәһендәге ҡыуышлыҡтарҙың ялҡынһыныуы һәм тоноуы, күҙ тирәһенең ауыртыуы, ишетеү на-сарланыуы, ҡолаҡ ауыртыуы.

Өсөнсө муйын умыртҡаһы (СЗ): бит невралгиялары, ҡолаҡ шаула-уы, бит тиреһендәге һытҡылар, теш һыҙлауы, кариес, теш ҡаҙналарының ҡанауы.

Дүртенсе муйын умыртҡаһы (С4): хроник ринит, ишетеү насарайыу, ирен тирәһенең ярылыуы, ауыҙ тирәһендәге мускулдарҙың ҡорошҡағы.

Бишенсе муйын умыртҡаһы (С5): тауыш ҡарлығыу, тамаҡ ауыртыу, хроник фарингит.

Алтынсы муйын умыртҡаһы (С6): хроник тонзиллит, соңҡа тиреһендәге мускулдарҙың көсөргәнеше һәм ауыртыуы, ҡулдарҙың өҫкө өлөшө ауыртыуы, ҡалҡан биҙенең ҙурайыуы.

Етенсе муйын умыртҡаһы (С7): ҡалҡан биҙе сире, һалҡын алдырыу, ҡулбаш быуынының ауыртыуы, депрессиялар, ҡурҡыу.

Беренсе күкрәк умыртҡаһы (D1): соңҡа мускулының көсөргәнеше, ҡулбаш, беләк һәм ҡул суғының ауыртыуы, ҡул бармаҡтарының ойоу тойғоһо.

Икенсе күкрәк умыртҡаһы (D2): кардиалгия, йөрәк ритмының боҙолоуы, ҡурҡыу.

Өсөнсө күкрәк умыртҡаһы (D3): күкрәк ситлегендәге ауырыуҙар, йүтәл, бронхит, астма, плевро-пневмония, тын алыуҙың төрлөсә боҙолоуы.

Дүртенсе күкрәк умыртҡаһы (D4): үт сығарыу юлдары дискинезияһы, үт ҡыуығындағы таштар, һары ауырыуы, баштың уң яҡ ҡабырғаһы һәм уң яҡ ҡулбаш ауыртыуы.

Бишенсе күкрәк умыртҡаһы (D5): бауыр ауыртыуы, артериаль гипотония, аҙ ҡанлылыҡ, хроник арығанлыҡ, ҡан әйләнеше етешһеҙлеге, артриттар.

Алтынсы күкрәк умыртҡаһы (D6): үҙәк көйөү, ашҡаҙан-эсәк трактының төрлө патологиялары, шәкәр сире.

Етенсе күкрәк умыртҡаһы (D7): күңел болғаныу, үҙәк көйөү, осҡолоҡ, "тормош энергияһының" етешһеҙлеге, хәлһеҙлек тойғоһо, бөйән эсәге, ашҡаҙан ауырыуҙары.

Һигеҙенсе күкрәк умыртҡаһы (D8): талаҡ функцияһының боҙолоуы, организмдың һаҡланыу көстәренең көсһөҙләнеүе, иммунодефицит.

Туғыҙынсы күкрәк умыртҡаһы (D9): аллергия, кесерткән биҙгәге.

Унынсы күкрәк умыртҡаһы (D10): төрлө бөйөр ауырыуҙары, тоҙ алмашыныуының боҙолоуы, артерияларҙың кальцинозы, хроник арыу.

Ун беренсе күкрәк умыртҡаһы (D11): тире ауырыуҙары: һытҡылар, экзема, фурункулдар, тиренең ҡытыршыланыуы, псориаз һ.б.

Ун беренсе күкрәк умыртҡаһы (D12): метеоризм, ревматизм, үҫеш боҙолоу,түлһеҙлек.

Беренсе бил умыртҡаһы (L1): эс ҡатыу, эс китеү һ.б., эсәктәрҙең һүлпәнлеге, йыуан эсәктең төрлө патологияһы.

Икенсе бил умыртҡаһы (L2): эстең киҫкен быуылмаһы, һуҡыр эсәк менән проблемалар, веналарҙың варикоз киңәйеүе.

Өсөнсө бил умыртҡаһы (L3): күрем циклының боҙолоуы, йөклөлөк патологияһы, күсеү осоро патологияһы, бәүел ҡыуығы ауырыуы, тубыҡтар ауыртыуы (бик йыш бәүел ҡыуығы менән бергә), импотенция, төнөн бәүел тотмау.

Дүртенсе бил умыртҡаһы (L4): ишиас, билдең сәнсеп ауыртыуы, простата биҙенең патологияһы, ауыртыулы йәки йыш кесе хәжәт үтәү.

Бишенсе бил умыртҡаһы (L5): сираҡ һәм аяҡ табанында ҡан әйләнеше боҙолоуы, һыуыҡ аяҡтар, балтыр ҡорошҡағы, аяҡтарҙың һәм аяҡ табандарының шешенеүе,

Һигеҙгүҙ: ишиас, бәләкәй таз өлкәһендә проблемалар, хроник эс ҡатыуы, аяҡтарҙа һәм аяҡ табандарында ауыртыуҙар.

“Киске Өфө”нән.

Читайте нас