Бөтә яңылыҡтар

Сәләмәт тормош өсөн ун кәңәш

Тәү ҡарашҡа, ябай ғына кәңәштәр, әммә тап шулар һаулығығыҙҙы нығытырға ярҙам итер!

Сәләмәт тормош өсөн ун кәңәш
Сәләмәт тормош өсөн ун кәңәш
  1. Иртәнсәк бер стакан һыу эсегеҙ

Иртән уянғас, тәү сиратта, бер стакан һыу эсегеҙ. Әгәр һеҙгә ябай һыуҙың тәме оҡшамаһа, стаканға лимон йәки лайм киҫәге һалығыҙ. Һыу организмдың бөтә системаларын таҙартырға, метаболизмды әүҙемләштерергә һәм токсиндарҙы “йыуып” сығарырға ярҙам итәсәк. Ҡайһы берәүҙәр хатта, был ябығырға ярҙам итә, ти.

  1. Йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ

Йоҡо етмәү һеҙҙе арыған һәм яуыз кеше итеп тойорға мәжбүр итә. Йоҡо етешмәү физиологик план проблемаларын (айырыуса йөрәк менән) тыуҙырырға һәләтле. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, өлкән кеше тәүлегенә 8 сәғәт йоҡларға тейеш. Әммә бөтә кешеләр ҙә бер төрлө түгел һәм йоҡоға ихтыяж 6-10 сәғәт сиктәрендә булыуы ихтимал. Көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 6-ға тиклем хәлһеҙлек һәм йоҡо килеүен һиәһегеҙ икән, тимәк һеҙҙең йоҡоғоҙ туймай.

  1. Иртәнсәк күнекмәләр эшләгеҙ!

Иртән йоҡо ҡайғыһы урынына зарядка яһағыҙ! Һуҙылығыҙ, аяҡтарығыҙға һәм ҡулдарығыҙға күнекм!л!р эшләгеҙ, был, үҙ сиратында, ҡанығыҙҙың мускулдарға үтеп инеүен еңелләштерер, был уларға өҫтәмә кислород партияһын бирер һәм яңы көнгә әҙерләр.

  1. Дөрөҫ туҡланыуҙы һайлағыҙ

Чипсы, тоҙло сәтләүек, печенье һәм башҡа тәмлекәстәр тәнегеҙгә бөтөнләй файҙа килтермәй. Уларҙа бик күп майҙар, тоҙҙар һәм шәкәр бар. Сей сәтләүек, яңы емеш-еләк һайлағыҙ. Улар витаминдарға һәм минералдарға бай.

  1. Иртәнге аш ашағыҙ!

Иртәнге аш - көндөҙгө рациондың иң мөһим өлөшө, айырыуса ябығырға теләүселәр өсөн. Уны үткәрһәгеҙ, төшкә тиклем күпкә алдараҡ асығырһығыҙ һәм ҡулға нимә эләгә, шуның менән тамаҡ ялғарһығыҙ. 2003 йылда Американың милли кардио ассоциацияһы үткәргән тикшереү буйынса, иртәнге ашты ашаусылар, уны ашамағандарға ҡарағанда, һимеҙлек менән аҙыраҡ яфалана.

  1. Көн һайын йөрөгөҙ

Күберәк хәрәкәт итергә кәрәклеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ, ләкин беҙҙең күбебеҙҙең артыҡ ваҡыты йәки спорт менән шөғөлләнеү теләге юҡ.  Лифттарға ҡарағанда баҫҡыстарҙы йышыраҡ ҡулланығыҙ, дуҫтарығыҙ менән йөрөгөҙ, хәрәкәт итеү өсөн ни тиклем күберәк ысул табығыҙ. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, кешеләргә йөрәген һау-сәләмәт килеш һаҡлап ҡалыу өсөн аҙнаһына ни бары 15-18 саҡрым (аҙнаһына 125-200 минут) үтергә кәрәк.

  1. Аралашығыҙ

Яңғыҙ кешеләр йышыраҡ ауырый һәм иртәрәк үлә, тиҙәр. Дуҫтары булмаған кешеләр йыш ҡына стресс, депрессия кисерә һәм, ғәҙәттә, физик яҡтан әүҙем түгел. Бынан тыш, эксперттар, кешенең социумда үҙен нисек тотоуына ҡарап, күп йылдар үткәс уның һаулығы һәм карьера үҫеше ниндәй буласағын билдәләргә мөмкин, тиҙәр.

  1. Яратҡан ризыҡығыҙҙың составын уҡығыҙ

Ингредиенттар исемлеге һеҙгә аҙыҡ-түлектәге насар һәм натураль булмаған продукттар барлығын билдәләргә ярҙам итеүе ихтимал. Баҙарҙа йөҙләгән һәм меңләгән “һау булмаған” аҙыҡ-түлек тәҡдим ителгән, уларҙың һәр береһен хәтерҙә ҡалдырып булмай. Бәхеткә күрә, улар тураһында интернетта күп яҙылған, шуға күрә аҙыҡ - түлектең, косметиканың һәм һеҙ һатып алған башҡа әйберҙәрҙең составын иғтибар менән уҡығыҙ. Зарарлы ингредиенттарҙың төрлө ауырыуҙар, аллергия реакциялары һәм хатта яман шеш тыуҙырыуы ихтимал.

  1. Мажаралар эҙләгеҙ

Ғаиләгеҙ һәм дуҫтарығыҙ менән йәйәүле туризм, саңғы, каноэ йәки велосипед менән шөғөлләнегеҙ. Һәр яңы мауығыу һеҙгә стрестан ҡотолорға һәм тормоштан ҡәнәғәтлек алырға мөмкинлек бирер. Һеҙ һеҙҙекенә оҡшаш шөғөлдәр менән ҡыҙыҡһынған кешеләр менән осраша башларһығыҙ. Күңелегеҙҙе бушатығыҙ һәм бәхетле кешеләр оҙағыраҡ йәшәй тип иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

  1. Ғүмерҙе яратығыҙ!

Тыныс булығыҙ! Юҡ-барға ышанып, асыуланып йөрөмәгеҙ. Барыһын да етди ҡабул итмәгеҙ. Йылмайығыҙ, үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы яратығыҙ һәм һәр ваҡыт яҡты яҡҡа ҡарағыҙ!

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас: