Бөтә яңылыҡтар

Ҡан тамырын таҙартыу

Ҡан тамырҙарын таҙартыу буйынса бер нисә кәңәш

Ҡан тамырын таҙартыу
Ҡан тамырын таҙартыу

❖ Баш мейеһе тамырҙарын таҙартыу муйын остеохондрозынан, атеросклероздан ҡотҡара, баш ауыртыуҙары бөтөп ҡалыр, кәйеф тә күтәрелә. 5 әстерхан сәтләүеген ваҡлап, 1 ҡалаҡ йүкә балы менән болғатырға. Бер семтем дәрсен (корица), имбир өҫтәргә һәм 1 тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1 -әр ҡалаҡ ашарға.

❖ 1/3 стакан һуған һутына 1 стакан бал өҫтәп, көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1-әр балғалаҡ ашарға. Ул тамырҙарҙы таҙартып ҡына ҡалмай, иммунитетты ла нығыта.

❖ Көн һайын төшкө һәм киске аштан ярты сәғәт алда яртышар стакан анар (гранат) һуты әсегеҙ. Уны алма һәм кишер һуты менән сиратларға ла була.

❖ 10 грамм дегәнәк тамырын термоста 8-10 сәғәт төнәтергә, һөҙөргә һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға. Төнәтмәне иртәнге аштан ярты сәғәт алда 4-әр ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – бер ай.

❖ Организмды һауыҡтырыу һәм тамырҙарҙы таҙартыу өсөн көн һайын иртәнге аштан ярты сәғәт алда 1 мандарин, бер ус йөҙөм һәм әстерхан сәтләүеге ашап, 15-20 минуттан 1 балғалаҡ бал һәм лимон киҫәге һалынған 1 стакан һыу эсергә. Тағы ла 15-20 минуттан ашаһағыҙ була.

Ҡарабойҙай

❖ Ҡарабойҙай төнәтмәһе ҡан тамырҙарын нығыта, иммунитетты нығыта, организмды шлактарҙан таҙарта. Ҡарабойҙай сәскәләре һәм ваҡланған һаламын бер тигеҙ күләмдә алып болғатырға, 1 балғалаҡ үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Һыуынғас һөҙөргә һәм көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 40-ар мл (балаларға - 20-шәр мл) эсергә. Көн һайын яңы төнәтмә әҙерләргә. Дауаланыу курсы - 1 ай. 3 аҙна ял иткәндән һуң, 3 ай буйына араларында 3-әр аҙна ял ойоштороп, 21-әр көн дауаланырға. 90 көндән тағы ҡабатларға.

(“Киске Өфө”нән)

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: