Бөтә яңылыҡтар

1 декабрь – Бөтә донъя СПИДҡа ҡаршы көрәш көнө

Ейәнсура районы буйынса 88 кеше ВИЧ-йөрөтөүсе булараҡ иҫәптә тора. Шуларҙың 46-һы – ҡатын-ҡыҙ, икәүһе – бала, ҡалғандары ирҙәр. 2022 йылда 6 кеше вафат булған. Һуңғы 10 айҙа 14 кеше теркәлгән, уларҙың береһе бер айлыҡ сабый, ауырыу әсәнән йоҡҡан. Был хәл ошо көндәрҙә генә асыҡланған. Бер уҡыусы бала, иҫәптә тора, дауалана. Сирҙең күсеү юлдарына килгәндә 98 проценты – енси юл менән, 2 проценты әсәнән – балаға йоҡҡан.

1988 йылдан алып 1 декабрҙә Бөтә донъя ВИЧ-СПИД-ты иҫкәртеү көнө билдәләнә. Был көн йоғошло сирҙең кире эҙемтәләрен кәметеү буйынса эшкә дәүләт һәм йәмғиәт иғтибарын тағы ла көсәйтеү, халыҡҡа уның тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында булдырылған. Вич-инфекцияһы, уның күсеү юлдары хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, уны йоҡтороу хәүефе лә шул тиклем кәмей.

Сирҙе иҫкәртеү эше алып барылһа ла, ул йылдан-йыл нығыраҡ тарала һәм күп илдең социаль-иҡтисади үҫешенә хәүеф янай. Тап шуның өсөн ҡурҡыныс ауырыуҙы иҫкәртеү мәсьәләһе медицина өлкәһенең генә түгел, ә социаль проблемаға ла әйләнде. ВИЧ-инфекцияның таралыуы күп осраҡта кешеләрҙең был сир уларҙы урап үтер, тип хаталаныуы сәбәпле килеп сыға. Ысынында бөгөн ВИЧ-инфекцияға бәйле хәл-торош һәр кемгә, шул иҫәптән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ҡағыла.

Хәҙерге ваҡытта ул хәүеф төркөмдәре сиктәренән сығып, бөтә халыҡ араһында тарала башланы.

Ер шарында, эпидемия башланғандан алып, ВИЧ-инфекция менән 77 500 000 кеше ауырыған.

Ваҡытында дауалана башлағанда һәм бөтә һаҡланыу сараларын күҙәткәндә ВИЧ-инфекцияһы менән йәшәгәндәрҙең ғүмер оҙонлоғо һәм сифаты сәләмәт кешеләрҙекенән айырылмай тиерлек.

Дауаланмаған осраҡта пациент  иң оҙағы 1-1,5 йыл йәшәй.

Унан һаҡланыуҙың төп ысулы булып, тәү сиратта, кешенең үҙ һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплылығы иҫәпләнә. Һәр кем сирҙе йоҡтороу юлдары һәм шәхси һаҡланыу саралары тураһында белергә тейеш.

Вирус хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, шул тиклем үҙеңдең һәм яҡындарыңдың сәләмәтлеген һаҡлау ышанысы ҙурыраҡ буласаҡ. Кешелә ВИЧ булыу-булмауын тышҡы билдәләрҙән белеп булмай. Бының өсөн ҡанға махсус анализ кәрәк.

Анализды эш көндәрендә иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 11-гә тиклем поликлиникала 304-се кабинетта бирергә мөмкин. Үҙегеҙ менән паспорт алығыҙ.

Рита Дәүләтбәкова, табип-эпидемиолог.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: