Бөтә яңылыҡтар

Лавр япрағы ярҙам итә

Был дауаланыу курсын ярты йыл һайын үткәрергә мөмкин

Лавр япрағы ярҙам итә
Лавр япрағы ярҙам итә

Атеросклероздан йә мускулдар ялҡынһыныуҙан аяҡ ауыртҡанда түбәндәге рецептың файҙаһы тейеүе мөмкин. Уның өсөн өс ҡап лавр япрағы кәрәк. Тәүге көндә берәүһен 10 литрлыҡ биҙрәгә һалып, ҡайнатығыҙ. Бер аҙ һыуынғас, 20 минут аяҡтарҙы тығып ултырығыҙ. Аҙағынан йөн ойоҡбаш кейергә онотмағыҙ. Һыуын түкмәгеҙ.

Иртәгәһенә шул уҡ биҙрәгә тағы бер ҡап лавр япрағын һалығыҙ. Һәм ҡайнатып сығарып, йәнә 20 минут аяҡтарығыҙҙы һыуға тығып ултырығыҙ. Өсөнсө көнөнә лә шул уҡ процедураны ҡабатлағыҙ. Был дауаланыу курсын ярты йыл һайын үткәрергә мөмкин.

Читайте нас: