Бөтә яңылыҡтар

Остеохондроздан яфаланыусыларға кәңәштәр

Остеохондроз киң таралған сир һанала. Остеохондроз, арҡа-бил тирәһендәге ауыртыуҙарҙан тыш, эске ағзаларҙа сир тыуҙыра. Унан бөтөнләй дауаланмаһаң, үҙеңде һаҡламаһаң, хирург бысағы аҫтына эләгеүең ихтимал. Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Остеохондроздан яфаланыусыларға кәңәштәр
Остеохондроздан яфаланыусыларға кәңәштәр
  1. Йомшаҡ түшәктән баш тартығыҙ. ҡаты урында арҡағыҙға йә эсегеҙгә ятып йоҡларға күнегегеҙ.
  2. Иртәнсәк 10 − 15 минут самаһы гимнастика эшләгеҙ. Һәр хәрәкәтте яйлап, тәмләп башҡарығыҙ. Йүгереү, ҡапыл һикереү умыртҡа бағанаһындағы дискыға көс төшөрә, шуға һағыраҡ булығыҙ.
  3. Көн дауамында 1,5 сәғәт һайын 5 – 6 минутлыҡ ял эшләп алығыҙ. Ултырған урынығыҙҙан тороғоҙ, кирелеп-һуҙылығыҙ. Умыртҡа бағанаһының муйын, күкрәк, бил тирәһен хәрәкәтләндергән комплекслы күнекмә башҡа­рыр­ға мөмкин. Оҙаҡ ваҡыт баҫып торорға тура килһә, 7 – 10 минут һайын торошоғоҙҙо алмаштырығыҙ.
  4. Йөҙөү яҡшы ярҙам итә. Һыуға төшөр алдынан тәнегеҙҙе ҡыҙҙырып алығыҙ. Күберәк арҡағыҙға ятып йөҙөргә тырышығыҙ. Был тәү сиратта умырт­ҡа-ара дискыларға төшкән көсөргәнеште кәметә. Шул уҡ ваҡытта бөтә мускулдар яҙыла, тән еңеләйеп ҡала.
  5. Өшөргә, елдә ултырырға ярамай. Бер ҡасан да һыулан­ған аяҡ кейемендә йөрөмәгеҙ. Ямғырға эләкһәгеҙ, кейемегеҙҙе ҡороһона алмаштыра һалығыҙ. Мөмкинлек булһа, мунса (ванна, душ) инегеҙ.
  6. Тәмәке тартыу, үтә ҙур тән ауырлығы, һәр ваҡыт көйәләнеү, дөрөҫ туҡланмау, инфекциялы сирҙәр остеохондроз ғына түгел, башҡа ауырыуҙы ла тыуҙыра.
  7. Сирҙең киҫкен ваҡытында күнекмәләр эшләү, халыҡ дауа­һын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
  8. Ауыр әйберҙәр, штанга, гантель, гер күтәрергә, һыбай йөрөргә, тимераяҡта шыуырға, аэробика менән шөғөлләнергә ярамай.
  9. Ултырғанда арҡағыҙҙы тура тотоғоҙ. Бер аяҡты икенсеһенә һалыу ғәҙәтенән арынығыҙ, юғиһә умыртҡа бағанаһына ҙур көс төшә.

10. Туҡланыу ҙа ҙур роль уйнай. Көнөнә алты тапҡыр бә­ләкәй порциялар менән ашар­ға кәрәк. Виноград, борсаҡ, фасоль, йәшел салат, ҡуҙғалаҡ ашамаҫҡа тырышығыҙ, рационығыҙҙан тоҙло-боросло ризыҡты алып ташлағыҙ.

Читайте нас: