Бөтә яңылыҡтар

“Күңелемә ятҡан шөғөлдө таптым”

Муйнаҡ ауылында йәшәгән Ирәндек Әбделғужин спорт менән бала сағынан дуҫлаша. Мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө саңғы, йүгереү ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулаһа, Стәрлетамаҡ педагогия институты студенты булғанда ла еңел атлетика секцияларын ҡалдырмай.

“Күңелемә ятҡан шөғөлдө таптым”
“Күңелемә ятҡан шөғөлдө таптым”

- 6-7 йәшлек сағымда атайым Өфөнән минең йәшем өсөн оҙон булһа ла саңғылар һәм таяҡтар алып ҡайтып бирҙе. Шул минең спорт менән дуҫлыҡҡа этәргес булғандыр инде. Ҙурая килә тиҫтерҙәрем менән бергәләп ҡыш – саңғы юлдары һалып, ауыл тирәһендә йөрөһәк, йәйҙәрен йүгереү менән шөғөлләндек, һыуҙа йөҙөп ярышыр инек. Әле 60 йәште уҙһам да, саңғыны ташламайым, кис һайын 5-6 км йөрөп ҡайтам. Йәйгеһен йүгерәм, атта ла һыбай йөрөргә яратам, – ти Ирәндек Иҙел улы.

 Ә бер нисә йыл элек ул онотола барған спорт төрө – уҡ атыу менән мауығып китә.  Әйткәндәй, райондың мәргән уҡсыһы башҡорт кейемен үҙ ҡулдары менән бесеп теккән. Ә ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн кейемде иһә тегенсегә заказ биреп тектерергә тура килгән. Бөгөн Ирәндек ағайҙың дүрт яны бар. Ә уҡтарҙы ул йүкә йәки сағандан ике йыл дауамында киптереп үҙе эшләй.

– Мәргәнлек буйынса ярыштарҙа әле ҙур еңеүҙәр яуламаһам да, уйҙаштар менән бергәләп йыйылып, милли колорит мөхитендә аралашып  ҡайтыу оҡшай. Мин күңелемә ятҡан шөғөлөмдө таптым, тип уйлайым, – ти ул һәм һәр кешенең шулай күңеле ятҡан шөғөлө булырға тейеш, тип иҫәпләй.

Ирәндек ағайҙың 6-сы класта уҡып йөрөгән улы Айнур ҙа, атаһынан күрмәксе, дәрестән һуң саңғыла йөрөүҙе ғәҙәт итеп алған. Уның да үҙенең яны, уҡтары бар. Ғөмүмән, Муйнаҡ урта мәктәбендә хеҙмәт һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса уҡыусыларға белем биргән Ирәндек Иҙел улы Айнурға ғына түгел, уҡыусыларына ла милләтебеҙҙең тарихына иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙы үҙ миҫалында өйрәтә. Үҙе сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған уҡытыусы йәш быуынды ла ошо юҫыҡта тәрбиәләй, спорт менән дуҫ булырға өндәй. Бығаса район кимәлендә ал бирмәгән саңғысылар тәрбиәләгән Ирәндек Иҙел улы, бәлки, киләсәктә район данын күтәрер мәргән уҡсылар ҙа үҫтерер?!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: