Бөтә яңылыҡтар

Дарыуҙы нимә менән эсергә ярамай?

“Роскачество” белгестәре дарыуҙарҙы нимә менән эсеү зыянлы булыуы тураһында һөйләне.

Дарыуҙы нимә менән эсергә ярамай?
Дарыуҙы нимә менән эсергә ярамай?

Мәҫәлән, дарыу төймәләрен сәй, ҡәһүә йә иһә энергетиктар менән эсеү айырыуса ҡурҡыныс. Был эсемлектәр составында кофеин бар, ул дарыуҙар менән реакцияға инергә һәм кире йоғонто бирергә мөмкин. Әйтәйек, седатив һәм антидепрессанттарҙың эффекты булмаясаҡ, ә организм тимерҙе үҙләштермәйәсәк.

Таблеткаларҙы һөт менән дә эсеү тыйыла. Ул антибиотиктарҙың һәм ҡалҡан биҙе өсөн препараттарҙың үҙләштерелеүенә ҡамасаулай.

Грейпфрут һәм әфлисун һуты ла тыйыу аҫтында. Уларҙы препараттар ҡабул иткән ваҡытта эсергә кәңәш ителмәй, грейпфрут һутын дарыу ҡабул итеүгә тиклем 4 сәғәттән әҙерәк ваҡыт ҡалғанда эсһәң, зыян булырға мөмкин. Шуға күрә таблеткалар менән дауалау курсы ваҡытында унан баш тартыу яҡшыраҡ, ти белгестәр.

Фото: pixabay.com.

Читайте нас: