Бөтә яңылыҡтар

Ҡара сәй ... хроник гаймориттан

Хроник гайморит менән яфаланған кешеләр ябай ғына тымауҙың нисек итеп гайморитҡа әйләнгәнен ишетеп кенә белмәй. Ә бына гайморитты ябай ғына ҡара сәй менән дә дауалап булғанын барыһы ла белмәй.  Шулай уҡ был рецептҡа йәнә ике компонент ҡушыла. 

КӘРӘК: бер балғалаҡ бал, бер балғалаҡ аптекала һатылған эвкалипт төнәтмәһе, бер балғалаҡ ҡаты итеп бешерелгән ҡара сәй. 

Үрҙә һаналып үтелгәндәрҙең барыһын бергә ҡушып болғатығыҙ. Килеп сыҡҡан иҙмәне тәүлегенә өс тапҡыр танауға һалығыҙ. Күләменә килгәндә, уны былай билдәләйҙәр: ябай пипетканың яртыһынан алыр кәрәк. 

Дауаланыу ваҡыты 3 көн. Әммә 2-3 тапҡыр тамыҙғандан һуң уҡ еңеллек килер. 

Был иҙмәне тымау тейгәс тә, гайморитҡа әйләнмәҫ элек ҡуллана башлағыҙ. 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәңәш итәбеҙ. 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: