Бөтә яңылыҡтар

Кәбеҫтәнән - мул уңыш!

Кәбеҫтә үҫентеһен баҡсаға ултыртҡанда файҙалы ҡатнашма һалырға кәрәк.  БЫНЫҢ ӨСӨН КӘРӘК: 

Бының өсөн бер ус серетмә, бер аш ҡалағы ныҡ итеп ваҡланған йомортҡа ҡабығы, бер аш ҡалағы көл, бер-бер артлы берәр сәй ҡалағы суперфосфат һәм горчица порошогын марганцовкалы ҡайнар һыуҙа болғатып төбенә эҫе килеш һибергә. Һыуынғас, кәбеҫтә үҫентеһен ултыртырға һәм серетмә менән тигеҙләргә.

Ике аҙнанан һуң - азотлы ашлама (10 литр һыуға бер аш ҡалағы ашлама иҫәбенән), тағы ике аҙнанан суперфосфат (2 аш ҡалағы суперфосфатты 20 литр һыуҙа эретергә) мөмкин. Шулай уҡ, ике аҙна һайын коровяк (шыйыҡ һыйыр тиреҫе) һибеү ҙә кәбеҫтә уңышын арттыра. Ә инде ҡоротҡос бөжәктәрҙән ҡотолор өсөн, түбәндәге ҡатнашманы һибеп ҡарағыҙ. 3 литр һыуға бер шешә валерьянка, бер аш ҡалағы шыйыҡ кер һабыны һалып болғатығыҙ. Әҙер төнәтмәне ҡоротҡостар зарарлаған кәбеҫтәгә һибегеҙ. Шунан һуң уны башҡа бөжәктәр борсомаҫ. Ә уңыш йыйырға бер генә ай ҡалғас, кәбеҫтәне нашатырь спирты менән эшкәртәләр. Бының өсөн: бер шешә (40 г) нашатырь спиртын 5 литр һыуға һалып, ике ҡалаҡ шыйыҡ һабын өҫтәп һибәләр.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: