80-100 мл 10 %-лы нашатыр спиртына 10 гр камфора спиртын ҡушып ҡапҡасын ябығыҙ ҙа һелкетеп алығыҙ. Унан тоҙло иҙмәгә ҡойоғоҙ.
Аҡ ҡына ойонтолар барлыҡҡа килер. Ҡапҡасын ябып, ныҡ ҡына һелкетеп алығыҙ. Был ойонтолар иреп юҡҡа сығыр. Тап шул саҡта микстура әҙер булыр.
Әгәр ҙә башығыҙ ауыртһа, микстураны һыу парында йылытып алығыҙ, сепрәкте манып алығыҙ ҙа, башығыҙға уратығыҙ. Өҫтөнән йылы яулыҡ ябынып, йоҡларға ятығыҙ. Иртәнсәк башығыҙға еңеллек килер.
Быуындар һыҙлағанда микстураға манып алынған сепрәкте һыҙлаған урынға һалып, өҫтөн компресс өсөн ҡағыҙ йә иһә целлофан менән ябығыҙ. Бындай компрессты көнөнә 2-3 тапҡыр эшләргә була.
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.