БӘПЕМБӘ ТАМЫРЫН ЙЫЙЫҒЫҘ!

Бәпембә тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне аппетит юғалғанда, бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, нервылар ҡаҡшағанда, подагра сире булғанда, бөйөрҙәр тарафынан бәүел бүленеүе насарайғанда, эс ҡатҡанда ҡулланырға кәңәш ителә.

‼ Бәпембә тамыры август — сентябрҙә йә апрель — май айҙарында ҡаҙып алына. Һалҡын һыуҙа йыуғандан һуң ҡоро урында һәм күләгәлә киптерелә.
☝Бәпембә тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне аппетит юғалғанда, бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, нервылар ҡаҡшағанда, подагра сире булғанда, бөйөрҙәр тарафынан бәүел бүленеүе насарайғанда, эс ҡатҡанда ҡулланырға кәңәш ителә.
☝Халыҡ медицинаһында имеҙгән әсәләргә һөттәре артһын өсөн дә бәпембә тамыры төнәтмәһен эсергә кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тамырын 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан 20-30 минут элек, 2-3 аш ҡалағы эсергә тәҡдим ителә.

☝Бәпембә тамыры төнәтмәһен эселмәй торған дауа булараҡ та файҙаланырға ярай. Был осраҡта төнәтмә көслөрәк итеп әҙерләнә (1 аш ҡалағы ваҡланған тамыры 1 стакан ҡайнар һыуға тура килһен). Шулай әҙерләнгән төнәтмәне иртәле-кисле (бер нисә көн) һипкелле биткә һөртөү файҙалы.
✅Ә бәпембә япрағынан әҙерләнгән салат тәмле лә, шифалы ла. Аяҡ-ҡул һыҙлағанда, организм витаминдарға ярлыланғанда бигерәк тә файҙалы.
ҺӘР ДАУАНЫ ҠУЛЛАНЫУ АЛДЫНАН ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕРГӘ КӘРӘК!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас