Был эсемлектә төп компонент - банан. Унда калий, магний һәм фосфор бар. Калий бөтә мускулдар, шул иҫәптән йөрәк өсөн файҙалы булһа, фосфор организмға углеводтарҙы эшкәртергә ярҙам итә. Корица иһә Альцгeймep, Πapкинcoн ауырыуҙарын, склероз, төрлө шештәр һәм менингитты иҫкәртә. ИҒТИБАР! Эсемлеккә корицаның порошогын түгел, таяҡсаларын һалырға кәрәк!
Файҙалы эсемлектең шифаһы 3 көндән үк һиҙелер.
Уны былай эшләйбеҙ. 1 л һыу, ваҡлап ҡырҡылған 2 банан, 2 корица таяҡсаһы алабыҙ. Һыуҙы корица һалып ҡайнатып сығарабыҙ. Шунда банан киҫәктәрен төшөрөп, йәнә ҡайнатып сығарабыҙ. Шифалы коктейль әҙер! Инде һыуынғанын көтөп, йоҡлар алдынан бер сәғәт алдан эсергә кәрәк.
Сикләүҙәр булыуы мөмкин, ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!