"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Көҙ – организм өсөн көсөргәнешле осор

Сиргә нисек бирешмәҫкә һәм нисек үҙеңде һаҡларға?

Көҙ – организм өсөн көсөргәнешле осор
Көҙ – организм өсөн көсөргәнешле осор

Йылы йәйҙән ҡапыл һыуыҡ миҙгелгә күсеү, йәйге ялдан һуң эш мәшәҡәттәренә сумыу күптәрҙә күңел көсөргәнеше тыуҙыра. Шул сәбәпле кешенең иммунитеты насарая, төрлө сир-сырхау эләгеп бара. Сиргә нисек бирешмәҫкә һәм нисек үҙеңде һаҡларға?

Тымау

Йылы йәйҙән ҡапыл һыуыҡ миҙгелгә күсеү, йәйге ялдан һуң эш мәшәҡәттәренә сумыу күптәрҙә күңел көсөргәнеше тыуҙыра. Шул сәбәпле кешенең иммунитеты насарая, төрлө сир-сырхау эләгеп бара. Сиргә нисек бирешмәҫкә һәм нисек үҙеңде һаҡларға?

Тымау

Көҙ төрлө ауырыуҙар араһында беренселекте һалҡын алдырыу, тымаулау биләй. Уны киҙеү менән бутарға ярамай. Тымау бер-ике көн эсендә “өлгөрә” – сирле сөскөрә, танауынан һыу аға, еүеш йүтәл башлана. Баш һәм тән ауыртыуы ихтимал. Ғәҙәттә, температура 37,8 градустан юғары күтәрелмәй йә бөтөнләй булмай.

Тымауҙы антибиотиктар менән дауаларға ярамай, сөнки бактериялар дарыуға өйрәнә, шулай уҡ уларҙың пневмония, бронхит, отит кеүек сирҙәргә юлыҡтырыуы ла бар. Әгәр үҙегеҙҙә тымаулау билдәләре тойһағыҙ, бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәгеҙ, табип саҡыртығыҙ. Күберәк һыу йә һут, ҡайнатмалар эсегеҙ, сөскөргәндә танау һәм ауыҙығыҙҙы бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка менән ҡаплағыҙ, янығыҙҙа кешеләр булһа, битлек кейегеҙ.

Киҙеү (грипп)

Ҡапыл – өс-дүрт сәғәт эсендә башлана. Тән температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә. Кеше хәлһеҙләнә, быуындары, башы ауырта. Ике-өс көндән һуң ҡоро йүтәл башлана, йүткергәндә күкрәк ауырта. Ғәҙәттә, киҙеү эләктергәндә танауҙан һыу аҡмай, тамаҡ төбө лә ауыртмай.

Гриптың эҙемтәләре ҡурҡыныс, шуға күрә сирле мотлаҡ өйҙә ятып дауаланырға тейеш. Уңайлы кейем кейеп, йылы юрған аҫтында тирләү һәйбәт һөҙөмтә бирә. Сир башланыу менән табип саҡыртығыҙ. Грипты дауалау комплекслы саралар ярҙамында башҡарыла, шуға күрә табип яҙғандарҙың барыһын да теүәл үтәү зарур. Тән температураһын көслө дарыуҙар ярҙамында төшөрөргә ярамай, организм вирусҡа ҡаршы үҙе көрәшергә тейеш.

Иҫкәртеү сараһы бар

Иң беренсе һәм төп ҡағиҙә – кеше күп булған урындарға барыуҙан тыйылығыҙ. Вирус организмға танау аша ғына түгел, ҡул, ауыҙ, күҙ аша ла йоға. Шуға күрә ҡулығыҙҙы мөмкин тиклем йышыраҡ йыуығыҙ.

Көн һайын мотлаҡ 40-45 минут йәйәү йөрөгөҙ. Ошо ваҡыт эсендә ҡан бәләкәй һәм ҙур ҡан әйләнеше системаһы аша үтеп өлгөрә. Балаларға 30-35 минут йәйәү йөрөү кәңәш ителә. Һауа торошона ҡарап кейенегеҙ, йылыраҡ кейем һайлағыҙ. Балалар сәләмәтлеге өсөн йоҡоноң туйыуы мөһим әһәмиәткә эйә.

Саф һауала гимнастика яһау, йәйәү йөрөү, урында торған килеш йүгереү файҙалы.

Даими рәүештә еүеш сепрәк менән саңды һөртөп тороғоҙ, сөнки бүлмәләге туҙан – иң яман аллергендарҙың береһе.

Шифалы эсемлектәрҙе күберәк ҡулланығыҙ. Сәй, компот, төнәтмәләр, минераль һыу – барыһы ла бара, әммә әскелтем эсемлектәргә өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ. Был маҡсатта көртмәле, ҡарағат, лимон кислотаһы ҡулланырға мөмкин. Һалҡын тейеүгә ҡаршы халыҡ дауаларынан ҡурай еләге, бал йәки лимон менән эҫе сәй эсеү һөҙөмтәле. Ризығығыҙға һарымһаҡ һәм ҡыҙыл борос өҫтәгеҙ.

Ауырыр алдынан аппетит насарая. Көсләп ашарға ярамай, әммә организм хәлһеҙләнмәһен өсөн аҙ-аҙлап туҡланырға кәрәк. Еңел үҙләштерелгән, шыйыҡ, углеводтарға һәм витаминдарға бай ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ.

Коллегаларығыҙҙан сир йоҡтормаҫ өсөн ябай ғына гигиена ҡағиҙәләрен үтәү талап ителә. Үрҙә әйтелгәнсә, ҡулығыҙҙы йыш йыуығыҙ. Быны ашар алдынан ғына түгел, осрашыу, кәңәшмә үткәндән, дөйөм эш ҡорамалы менән ҡулланғандан һуң мотлаҡ башҡарығыҙ. Һыуҙы аҙ эсеү, йоҡо туймау, эске көсөргәнеш иммунитетты ҡаҡшата. Төрлө газлы эсемлектәр түгел, ябай эсәр һыуға өҫтөнлөк бирегеҙ.

Әгәр һалҡын тейеүҙән сынығыу, гигиенаны күҙәтеү һәм башҡа алымдар ярҙамында һаҡланып булһа, грипты иҫкәртеүҙең иң яҡшы сараһы булып вакцина иҫәпләнә. Прививканы тап әлеге мәлдә – көҙ, киҙеү миҙгеле башланғансы эшләтеп ҡалыу отошло. Грипҡа ҡаршы вакцина яһатыу өсөн иң ҡулай мәл – сентябрь, октябрь айҙары. Прививканан һуң 14 тәүлек эсендә организмда иммунитет барлыҡҡа килә, артабан ул һеҙҙе 6-12 ай дауамында һаҡлаясаҡ.

Читайте нас: