Беҙгә сүп үләне һымаҡ ҡамасаулап, бимазалап ултырған иҫ киткес файҙалы үлән тураһында яҙып китмәксе булам. Дегәнәк! Үләндең файҙалы булмаған бер өлөшө лә юҡ. һәр өлөшөнә ҡыҫҡаса ғына туҡталып китәйек әле.
Япрағы. Япрағының үҙе лә, һуты ла файҙалы. Японияла уны махсус баҡсаларҙа үҫтереп, аш итеп бешерәләр, салат итеп йәш япраҡтарын ашайҙар. Ул япраҡтарҙа бик күп С витамины һәм файҙалы мәтдәләр бар. Беҙҙең дегәнәкте көрәк менән ҡаҙып ташлағанды, ярай әле, япондар күрмәй! Уның япраҡтарынан һут һығыуҙың бер генә лә ҡыйынлығы юҡ. Йәшел, матур япраҡтарын йыйып алып ҡайтаһың да һыуыҡ һыуға ике сәғәткә һалып ҡуяһың. Ҡаты, ҡалын ботаҡтарынан йомшаҡ япраҡтарын һыҙырып, аралап алаһың да, вак итеп турап, япраҡ бутҡаһы яһарға. Үткәргестән үткәрһәң дә ярай. һут һыуытҡыста 3-4 көн тора ала. Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһарға уйлаһа, 50x50 нисбәтендә спирт йәки бал менән бутайбыҙ.
Нисек ҡулланырға? Һыу ҡушып әҙерләгән һутҡа ярты стакан һыу өҫтәп, ашарҙан 30 минут алда көнөнә өс тапҡыр эсә башлайбыҙ. Ике-өс аҙнанан һуң ике-өс ҡалаҡҡа хәтле арттырырға була. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирей башлар, бауырҙан, үт ҡыуығынан торғонлоҡ китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Эсәктәрҙә беҙҙе көнө-төнө кимергән паразиттарға, бактерияларға көн бөтөр. Организм көс йыя. Сөнки дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Уның составында организмдың иммунитеты өсөн яуап бирә торған С витамины күп.
Дегәнәк орлоғо. Уның орлоҡтарынан май яһайҙар. Ул майҙы яраларға, ауыртҡан быуындарға һөртәләр.
Тамыры. Тамырының файҙаһы ла ныҡ ҙур. Сентябрь - октябрь айҙарында тамырын ҡаҙып алып, һалҡын һыуҙа йыуып, тышын таҙартаһың. Шунан ҡояш төшмәй торған, елләп торған ерҙә киптерәһең. Ул тамырҙа нимә генә юҡ - ыҫмала, эфир майҙары, В төркөмө витаминдары, протеин, тимер, бор, калий, марганец, цинк. Ә уның составындағы алкалоид нәҡ бына рак күҙәнәктәрен үҫеүҙән туҡтата, уларҙы юҡ итә. Эс ҡатыуҙан файҙалы, бауыр һәм бөйөрҙө таҙарта, эсәктәрҙең файҙалы микрофлораһын тәьмин итә, ҡандың диабет сире ваҡытында шәкәрен кәметә. Составында калийҙың күп булыуы мейе эшмәкәрлеген, хәтерҙе яҡшырта. Бөгөнгө көндә йөрәк тамырҙарының тарайыуы, ҡыҫылыуы арҡаһында бик күп сирҙәр интектерә кешеләрҙе. Ә бына дегәнәк тамыры тамырҙарҙы таҙартып тороу көсөнә эйә, ул ҡан тамырҙарын һығылмалы яһай. Иң оптималь төнәтмә яһау өсөн әҙер ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәһең. Көнөнә икегә бүлеп, ашарҙан утыҙ минут алда тәмләп әсәһең. Хатта рак сиренән диета менән бер рәттән шул тамыр төнәтмәһе эсеп, метастаздарҙан арынған һәм был ауырыуҙан тулыһынса ҡотолоусылар бар.
Әлбиттә, теләһә ҡайһы үләнде дауаланыу өсөн, иммунитетты күтәреү өсөн эскәндә организмда ниндәйҙер дәрәжәлә үҙгәрештәр башланырға, сирҙәр ҡуҙғалырға мөмкин. Шуның өсөн ундай көслө үләндәрҙе эскәндә бирән ҡорһаҡты тыйып торорға, ҡамыр, ит ризыҡтарын, файҙаһыҙ колбаса һәм тәмле ризыҡтарҙы кәметеү барыбыҙға ла яҡшы булыр. Киреһенсә тәнебеҙгә ярҙам итеп күберәк салаттар, йәшелсә аштары, емеш-еләктәр, файҙалы ризыҡтар ашаһаҡ ине. Шулай уҡ һәр үләндең кемгәлер ярауы-ярамауы бар, дауалаусы табиптар менән кәңәшләшеү зарур! Иң мөһиме - һәр дауалауҙы сама менән әҙләп башлап организмды күнектерергә, уның реакцияһын күҙәтергә, дозаны яйлап арттырырға икәнен онотмаҫҡа кәрәк.
Зәүхиә НИЗАМОВА.
ҮЛӘНДӘР МЕНӘН ДАУАЛАНЫР АЛДЫНАН ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕРГӘ ОНОТМАҒЫҘ.