- Бер стакан йылы һөткә ярты балғалаҡ аҡ май иретеп ҡушырға, балғалаҡтың өстән бер өлөшө итеп кенә аш содаһы ҡушып болғатырға ла, өс көн буйы төнгөлөккә эсергә. Өс көндән һуң бер балғалаҡ бал ҡушып ебәрергә.
- Шалҡанды йыуып, ҡойроғон ҡырҡып ташларға ла, шул урында диаметры 1 см, тәрәнлеге 2-3 см самаһы соҡор эштәргә һәм бал ҡойоп, бер тәүлек тоторға. Яһалған һутты иртәнсәк ас ҡарынға бер ҡалаҡ эсергә. Бал урынына шәкәр ҡомо ла ярай.
- Һөт менән "Боржоми"ҙы бер тигеҙ күләмдә ҡушып, йылытып, 1-әр ҡалаҡлап 15-20 минут һайын көн оҙонона эсергә.
- Эҫе быу менән тын алыу: бер нисә картуфты бешереп, һыуын түккәс, ҙур шәл йәки одеал менән ҡапланып, 5-7 минут буйы йылы быу менән тын алырға. Бешмәҫ өсөн һаҡ булығыҙ.
- 20 грамм андыҙ тамырын ярты литр ҡайнар һыу менән бешереп, бик эҫе булмаған мейестә 1 сәғәт йә ҡайнап ултырған һыуҙа 20 минут тотоп, һөҙөп алғас, йылы көйө яртышар стаканлап көнөнә 3 тапҡыр эсергә. 10-15 көндән һуң йүтәл бөтә.
- 2 ҡалаҡ үгәй инә үләне менән алтейҙы ҡәһүә онтағыста ваҡлағас, 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ныҡлап ябырға ла, ҡайнар һыу тултырылған кәстрүлгә 20 минутҡа ҡуйып торорға. Аҙаҡтан бер нисә ҡат марля аша үткәргәс, көнөнә бер нисә тапҡыр йылы көйө икешәр ҡалаҡ эсергә.
Әгәр ҙә йүтәл оҙаҡ (бер нисә аҙна) бөтмәй йәки, киреһенсә, көсәйеп китһә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә.
БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.