+1 °С
Болотло
1 литр ҡуй һөт, 1 баш һуған, 1 аш ҡашығы аҡ май, бер семтем сәй содаһы, 1-2 аш ҡашығы коньяк кәрәк буласаҡ.
Һөт ҡайнап сыҡҡандан һуң, дүрткә бүленгән һуғанды һалып, 5 минут бешерергә. Һөттө уттан алып, бер аҙ һыуытырға һәм ҡалған ингредиенттарҙы өҫтәп, болғатырға. Ҡатнашманы төнгә ҡаршы ҡайнар, әммә ауыҙҙы бик бешермәҫлек булғанда эсергә. Тәме бик хуш килерлек булмаһа ла, тәьҫире шәп – иртән үҙегеҙҙе еңелерәк хис итәсәкһегеҙ.
“Файҙалы кәңәштәр” төркөмөнән.
Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.