Уның өсөн аҡ майға прополисты ваҡлап һалып эретергә кәрәк. Май һәм прополис күләмен үҙегеҙ көйләгеҙ, 8 өлөш майға 2 өлөш прополис алырға кәңәш итәләр. Һыуынғас, тәменсә бал өҫтәп, һауыттарға һалабыҙ ҙа һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Йүтәлләй башлағас ярты ҡалаҡтай ҡабып яйлап ҡына йотоп ҡуйырға кәрәк. Был халыҡ дауаһын балаларҙы дауалағанда ла ҡулланырға була.
Йүтәлдән тыш язва, бронхит, үпкәгә һыуыҡ тейгәндә, тонзиллит һәм фарингиттан да ҡулланалар.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!