Бөтә яңылыҡтар

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы Ейәнсурала 2 сентябрҙән 13-нә тиклем үтәсәк

Былтыр «Сәләмәтлек поездары»  Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеп, 316 ауыл-ҡалала булды һәм 150190 кешене (планлаштырғандан өс тапҡырға тиерлек күберәк)  ҡабул итте.  Республика табиптары бөтәһе 22012 ауырыуҙы асыҡланы, һәр  өсөнсө диагноз тәүге тапҡыр ҡуйылды.   

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы Ейәнсурала 2 сентябрҙән 13-нә тиклем үтәсәк
«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы Ейәнсурала 2 сентябрҙән 13-нә тиклем үтәсәк

 

Табиптар кешелә бер ниндәй ауырыу билдәләре булмаһа ла, тикшеренеп тороу үтә лә мөһим булыуын билдәләй. «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһында республиканың алыҫ ауылдарында йәшәгән халыҡ өсөн алты маршрут булдырып, беҙ күсмә Сәләмәтлек үҙәктәренең һәм ФАП-тарҙың, флюорографтарҙың һәм маммографтарҙың, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика комплексының, Республика кардиология үҙәгенең кардиомобиленең, күсмә стоматология кабинетының эшен ойошторҙоҡ»,  – тигәйне Республика Башлығы үҙенең сәхифәһендә.

Үҙәктән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләгән, ауырыуҙы иртә асыҡларға, дауаларға, яман шеш сирҙәрен иҫкәртергә ярҙам иткән был акцияһы быйыл да уңышлы эшләп килә. Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы күсмә табиптар бригадаһының 2024 йылға эш графигына ярашлы, “Сәләмәтлек поезы” Ейәнсура халҡын сентябрҙә ҡабул итәсәк. Терапевт, кардиолог, невролог, акушер-гинеколог, хирург, эндокринолог, офтальмолог кеүек табиптарҙан төҙөләсәк бригада Ҡужанаҡта – 2 сентябрь, Иҙелбәктә – 3-5 сентябрь, Абзанда – 6-9 сентябрь, Күгәрсендә – 10-11 сентябрь һәм Ишемғолда 12-13 сентябрҙә эшләйәсәк. Белгестәргә күренеү өсөн алдан яҙылыу талап ителмәй. Бары үҙегеҙ менән паспорт, медицина полисы алып килергә онотмағыҙ.

Гөлсәсәк Ваһапова, Иҫәнғол район үҙәк дауаханаһының халыҡты гигиена тәрбиәләү буйынса белгесе:

– Республика дауаханаларынан тәжрибәле белгестәр килеп, ауылдарға барып халыҡты ҡарауы бик яҡшы. Былтырғы “Сәләмәтлек поезы”нда белгестәр тарафынан 432 райондаш тикшерелде. Шуларҙың 329-ы – флюрография, 225-е маммография үтте. 432 кешенең 52-һендә сир табылып, яман шеш – дүрт,  шәкәр диабеты – 22, йөрәк ауырыуҙары 24 кешелә асыҡланған. Район халҡын 2 сентябрҙән 13-нә тиклем эшләйәсәк “Сәләмәтлек поезы”нда көтөп ҡалабыҙ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров:

“Беҙҙең бурыс – республикала йәшәүсе һәр кем һаулығын тикшереү мөмкинлеге булһын – анализдар тапшырыу, флюрография, ЭКГ, башҡа кәрәкле тикшеренеүҙәр үтеү. Табиптар мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһын да ҡабул итәсәк. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре сираттан тыш хеҙмәтләндереләсәк”

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: