Бөтә яңылыҡтар

Яҙмыш һынауын бергәләп еңәләр

Бындай яҙмышты бер кем дә теләп алмай, әммә яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ тиҙәр. Тыумыштан сәләмәтһеҙ Лиана Байтимирова ике йәштә генә әсәйҙән ҡала. Был бөҙрәләнеп кенә торған ҡара сәсле, ҙур күҙле һылыу ҡыҙ инде 25 йәшен тултырған. Һуңғы 8 йыл ул апаһы Гөлшат Ҡолсомова тәрбиәһендә.

Яҙмыш һынауын бергәләп еңәләр
Яҙмыш һынауын бергәләп еңәләр

– Лиананың әсәһе – минең бер туған апайым ине. Татар теленән уҡытты. Еҙнәйебеҙ юҡтан ғына көнләшеп, апайымды әрәм иткәс, Лиана һылыуым әсә наҙынан мәхрүм ҡалды. Тәүҙә уны әсәйем ҡараны, мин дә ваҡытым булғанда ярҙам итә инем. Ә атайым түшәккә ятҡас, әсәйемә ауыр булыр тип, туғанымды тәрбиәгә үҙемә алдым, – тип һөйләй изге йөрәкле ҡатын.

Лиана башта үҙе аҙлап, тотоноп булһа ла йөрөй алған, ә коронавирус менән ауырып үткәргәндән һуң уның аяҡтары бөтөнләй йөрөмәҫ булған. Һөйләшә алмай, шулай ҙа барыһын да ишетеп, аңлап ултыра. Ул үҙҙәренә ҡунаҡ килгәнен бигерәк ярата икән, фотоға төшөрөүгә лә ихлас ҡыуанды.

-Туғанымды яңынан ВТЭК үткәрергә кәрәк. Үҙебеҙҙең техника булмағас, ҡыйыныраҡ. Күгәрсендә йәшәгән кейәүебеҙҙең эштән ҡайтыуын көтәбеҙ инде, – ти Гөлшат.

Мөмкинлектәре сикле һылыуын үҙ ҡанаты аҫтына алған Гөлшат Тәлғәт ҡыҙын инде үҙ аллы булған ҙур балалары ярҙамынан ҡалдырмай. Ҡыҙы Гөлназ ғаиләһе менән Күгәрсен ауылында тора. Ләүәштәр, сәк-сәктәр бешереп һатыу менән шөғөлләнә. Улы Артур вахта менән ҡырҙа эшләй. Тормош иптәше Илгиз Тимерғәле улы менән уртаҡ ҡыҙҙары Айгүзәл әле мәктәптә уҡый. Ғаилә Үрге Бикбирҙенән йорт һатып алып, шунда йәшәй. Ауылда Гөлшат үҙ кеше булып киткән, ойошторолған төрлө сараларҙа актив ҡатнаша.

Шулай, күп әсәләр үҙ балаларын баҡмай, зар илатып ҡалдырып киткәндә, яҡынының балаһын үҙ ҡосағына һыйындырған оло йөрәкле Гөлшат Тәлғәт ҡыҙы кеүек ҡатындарға, уларҙың ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ундайҙар ғына шулай  мәрхәмәтле һәм сабыр була алалыр.

*****

Күгәрсен ауылынан Венер Байгилдин “Изге подписка” акцияһына ҡушылылып, сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән туғанын тәрбиәләгән Гөлшат Ҡолсомоваға был ярты йыллыҡҡа “Ейәнсура таңдары” гәзитен яҙҙырған. Ғаилә эшҡыуарға ҙур рәхмәтле.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: