Бөтә яңылыҡтар
10

Ҡайын: дауалау үҙенсәлектәре, халыҡ рецептары

Моғайын, эпитеттар буйынса ҡайынға тиң бер генә ағас та юҡтыр. Халыҡ араһында был урман һылыуҡайын бөҙрә, зифа буйлы, хуш еҫле тип атайҙар. Ул йәшел яулыҡ кейгән йәш ҡыҙ образы - Тыуған ил һәм яҙ символы. алыҡ йырҙарында, хикәйәттәрендә кәүҙәләндерелә.

Ҡайын һәләттәре: дауалау үҙенсәлектәре, халыҡ дарыуҙары рецептары
Ҡайын һәләттәре: дауалау үҙенсәлектәре, халыҡ дарыуҙары рецептары

Дауалау үҙенсәлеге буйынса ла халыҡ медицинаһында иң киң ҡулланылғандарҙың береһе ул.

Ҡайындарҙың бер нисә төрө билдәле. Биологик әүҙемлек һәм шифалы үҙенсәлектәре буйынса айырма юҡ. Ләкин сөйәлле ҡайын дауалау сараһы сифатында башҡаларға ҡарағанда  нығыраҡ файҙаланыла. Сөйәлле, сөнки иғтибар менән ҡарағанда уның япраҡтарында һәм ботаҡтарында сөйәлгә оҡшаш ваҡ ҡына, хуш еҫле ыҫмалаларҙы күрергә була.

Сөйәлле ҡайын - 20 метр бейеклеккә еткән ағас. Ул ғәҙәттә иртә яҙҙа, апрель - майҙа, япраҡ ярған ваҡытта сәскә ата. Дарыу сеймалы булып бөрөләре, ҡайын япраҡтары, ҡабығы, ҡайын һеркәһе, ҡайын алҡалары, тамырҙары, ҡара ҡайын бәшмәге һәм ҡайын һуты тора.

Ҡайын бөрөләре - март-апрелдә, япраҡ остары күренгәнгә тиклем йыйырға кәрәк. Япраҡтарын сәскә атҡан мәлдә, майҙа, улар йәш, хуш еҫле һәм йәбешкәк булғанда йыялар.

Ҡайындың бөтә өлөштәрендә лә биологик әүҙем матдәләр бар. Япраҡтарында һәм бөрөләрендә эфир майы, дуплау матдәләре, С, Е, РР, рутин витаминдары, каротин, фитонцидтар, флавонидтар бар. Йәш япраҡтары протеинға, майға, күҙәнәкле туҡымаға бай.

Медицинала ҡайынды ҡулланыу даирәһе бик киң. Уны сәләмәтлек фабрикаһы тип атарға ла була. Ағастың төрлө өлөштәренән әҙерләнгән препараттар организмды нығытыу, яраларҙы уңалтыу, шешенеүгә ҡаршы, атеросклеротик сара булараҡ, бәүел һәм үт ҡыуыу өсөн ҡулланыла.

Үҙағастан карболен тип аталған юғары сифатлы ағас күмере алына. Был препаратты активлаштырылған күмер булараҡ  дарыухананан һатып алырға ла мөмкин. Активлаштырылған күмер эсәкте зарарһыҙландырыусы сара булараҡ, шулай уҡ киҫкен бөйөр сәнсеүен дауалағанда ҡулланыла.  Ҡайын көлөн  ағыулағанда, шулай уҡ метеоризм ваҡытында һәм эс ауыртҡанда ҡулланалар.

Ҡайын дегете тән яралары һәм тире ауырыуҙары ваҡытында дегет майы рәүешендә тышҡы сара булараҡ файҙаланыла. Уны өй шарттарында әҙерләргә мөмкин. 1,5 г дегеткә 15 г парафин йәки вазелин алалар, йылыталар һәм ҡуйы консистенцияға тиклем бутайҙар. Тамаҡ һәм үпкә ауырыуҙары булғанда (бронхит, үпкә туберкулезы һ.б.) 5-10 тамсы дегетте көнөнә 3 тапҡыр эсәләр.

Организм өсөн витаминлы ҡайын эсемлеге бик файҙалы. Уны әҙерләү өсөн 100 г йыуылған һәм ваҡланған ҡайын япраҡтарын алалар, уларға бер аҙ һыуытылған 2 стакан ҡайнатылған һыу ҡойоп, 3-4 сәғәт тотҡас, һөҙәләр,  көнөнә 2-3 тапҡыр ашар алдынан һәм йоҡларға ятырға 40 минут ҡалғас эсәләр.

Баш мейеһе сосудтары спазмы ваҡытында ҡайын һәм чистотел япраҡтары ҡатнашмаһынан төнәтмә әҙерләйҙәр. Уларҙы 1:10 нисбәтендә алалар, талғын утта 5 минут ҡайнаталар, 8 сәғәт йылы урында тоталар, һөҙәләр һәм ашар алдынан көнөнә 3 тапҡыр стакандың өстән бер өлөшөн эсәләр.

Йөрәк ауыртҡанда ҡайын япрағы менән һары мәрүшкәнән төнәтмә кәңәш ителә. 3 аш ҡалағы ҡайын япрағын, өс аш ҡалағы һары мәтрүшкә сәскәһен һәм үләнен алалар, ҡайнар һыу ҡойоп, 2 сәғәт дауамында тотҡас, һөҙәләр һәм көнөнә 3 тапҡыр стакандың өстән бер өлөшөн ашар алдынан эсәләр.

Йөрәк аритмияһын ҡайын һуты менән дауалайҙар. Бының өсөн ошондай төнәтмә әҙерләйҙәр: 1 л ҡайнаған ҡайын һутына 3 аш ҡалағы энәлек һәм әлморон емешен һалалар, яй утта 10 минут ҡайнаталар, 1 тәүлек бүлмә температураһында тоталар, шунан һөҙөп алалар һәм һыуытҡыста һаҡлайҙар. 0,5 стакан эсемлекте йылытып көнөнә өс тапҡыр ашарға 30 минут ҡалғанда эсәләр. Дауалау курсы - 1 ай.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас: