Бөтә яңылыҡтар

“Һаулығығыҙға яуаплы ҡарағыҙ!”

Ҡасандыр балалар тауышы гөрләп торған ауылдарҙа шомло тынлыҡ: халыҡ олоғая, уның менән бергә ауылдар ҙа ҡартая... Мәктәптәрҙә балалар һаны кәмей, гөрләп эшләп торған биналар бушап ҡала. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда демография торошо бик киҫкен тора. Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Ришат Сарбаев менән әңгәмәне ошо юҫыҡта алып барҙыҡ.

– Ришат Рәмил улы, Ейәнсурала демографик йәһәттән хәлдәр нисек?

– Быйылғы йылды ғына алғанда, май аҙағына районда барлығы 78 бала донъяға килде. Әлегә 63 ҡатын иҫәптә тора, 57-һенең йөклөлөгө 12 аҙнаға тиклем. Әммә шул уҡ ваҡытта, биш ай эсендә 117 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был күрһәткес һөйөндөрмәй. Уйланырға урын бар...

– Үлем осраҡтарының күп булыуы нимәгә бәйле?

– Вафат булыусыларҙың 46,2 проценты йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан яфаланһа, ә 4,3 процентында яман шеш сәбәпсе. Әйткәндәй, үлгәндәрҙең 21-е – эш йәшендәге райондаштар. Минеңсә, үлемдең артыуы халыҡтың үҙ һаулығына битарафлығына бәйлелер. Мәҫәлән, медицина тикшереүен ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй үтмәй. Ә 18-39 йәшлектәр – өс йылға бер, 40 йәштән йыл һайын һәр кем бушлай диспансерлаштырыу үтергә хоҡуҡлы.

– Ә быйылы диспансерлаштырыу нисек бара?

– Күптәр үҙ һаулығына яуаплы ҡарай, йыл да ваҡытында тикшереү үтеп торалар. Ә инде йылдар буйына һаулығын ҡайғыртмаған, медицина тикшереүе үтмәгән кешеләргә күпме әйтһәң дә, саҡырһаң да файҙаһыҙ. Ундайҙар күп түгел, әммә бөтөнләй булмаһалар яҡшыраҡ булыр ине. Әлеге күрһәткестәргә туҡталһаҡ, диспансерлаштырыу үтергә тейешле 10755 райондаштың май аҙағына 4722-һе (пландың 43,9 проценты) тикшерелгән дә инде.

Әйткәндәй, 18 йәштән 49 йәшкә тиклемгеләр өсөн репродуктив һаулыҡты тикшереү ҙә ҡаралған. 1214 ҡатын-ҡыҙ һәм 1451 ир-егеттең быйылғы май аҙағына, ярашлы рәүештә 386-һы (31,8 %) һәм 83-ө (5,7 %) тикшереү үткән.

– Рәхмәт, Ришат Рәмил улы! Әңгәмә һуңында район халҡына ниндәй теләктәрегеҙ, кәңәштәрегеҙ булыр?

– Сәләмәтлектәрен ҡайғыртһындар – иң ҙур теләк шул. Ауырыуҙы башланып торған ваҡытында дауалау күпкә еңелерәк. Иң ҙур байлыҡ – һаулыҡ. Шуны аңлап, үҙегеҙҙең сәләмәтлегегеҙгә яуаплы ҡарай башлаһағыҙ, беҙ ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙер!

Айнә Иманғолова әңгәмәләште.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас