Ысынлап та шулай. Ауыл халҡы дауаханаға йөрөй һалмай. Айырыуса йәйгеһен, эш күп осорҙа, сәләмәтлек артҡы планға күсә. Ә ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү яҡшыраҡ түгелме?! Һаулығы борсой башлағансы тикшерелгәндә асыҡланған сирҙе дауалау сәләмәтлекте генә түгел, ғүмерҙе лә һаҡлап ҡалыуға өмөт бит. Мөхәмәт тауға бармаһа, тау үҙе килә, тигәндәй, бер нисә йыл инде “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә дауахана ауыл халҡына үҙе килә.
Быйыл “Сәләмәтлек поезы” районда 2 сентябрҙән 16-һына тиклем эшләне. Ошо арала һаулығын тикшертергә 513 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 421-е – флюрография, 211-е – маммография үткән. “Сәләмәтлек поезы” – ул анализ биреп, рентген тикшереүе үтеү генә түгел. Иң мөһиме, белгестәргә күренеп, күрһәтмәләралыу мөмкинлеге лә.
– Ауылдарҙа Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы һәм Республика клиник дауаханаһы табиптары ҡабул итте. Үҙебеҙҙең терапевтҡа – 344, эндокринологҡа – 23, гинекологҡа – 173, кардиологҡа – 115, неврологҡа – 182, фельдшерға 364 кеше күренде. Шулай уҡ 149-ар кеше Республика клиник дауаханаһы неврологы менән эндокринологында булды. Республика кардиология үҙәге табибы иһә 106 пациентты ҡабул итте, – ти медицина статистикаһы кабинеты фельдшеры Рәмис Байгилдин “Сәләмәтлек поезы” эшенә йомғаҡ яһап.
Тикшеренеүҙәр барышында 572 сир, шул иҫәптән 82-һе тәүгә асыҡланған: 113 кешелә ҡанында шәкәр кимәле юғары, 142 кешелә артыҡ холестерин, 296 кешелә артыҡ тән ауырлығы, 128 кешелә юғары ҡан баҫымы. Тәмәке тартҡан 20 пациент хәүеф төркөмөнә индерелгән. 397 кешегә дауалау юлдары тәғәйенләнгән.
Миңзәлә Кинйәбаева, Башҡорт Бармағы ауылы фельдшеры:
– Июнь айында күсмә флюорограф Таулыҡай, Ҡыҙылъяр, Башҡорт Бармағы ауылдарына килгәйне, анализдарҙы ла үҙем алдан уҡ алғайным. Шуға ла “Сәләмәтлек поезы” килеүе тураһында ауылдар чатында хәбәр итеп, кемдәргә табиптарға күренеп, айырым белгестәрҙең консультацияһы кәрәк – шуларҙы саҡырҙым. Яңыбайҙа халыҡ күп булғас, фельдшерҙар үҙ-ара кәңәшләшеп, тәүге көндө яңыбайҙарға ихтыяр ҡуйып, беҙ ауылдарҙан икенсе көнөнә алып барҙыҡ.
Кеше, үҙебеҙҙең район табиптары ҡабул иткәнен белгәс, барырға бигүк ынтылып тормай. Унда барып сиратта торғанса, алдан яҙылып, Иҫәнғолға барып, иркенләп күренәбеҙ, тиҙәр. Ә килгәндәр табиптарға күренде, анализ бирҙе.
Беҙ әйҙәләп йөрөгәс, күптәр был тикшереүҙе беҙгә кәрәк кеүек күрә. Ҡайһы берәүҙәр хатта диспансерлаштырыу фельдшерҙарға план үтәргә кәрәк булған өсөн, тип ныҡ хаталана. Был саралар, уларҙың һаулығы өсөн икәне бер нисек тә барып етмәй. Мәҫәлән, мин маммографияға алып барған һигеҙ кешенең дүртәүһендә яман шеш алдындағы патологик үҙгәрештәр асыҡланды. Сир аҙмаҫ борон дауаланыу ғүмерҙәрен оҙайтыуын аңлаһындар ине.
Фәриҙә Йәнбулатова, Үтәғол ауылы:
– Беҙ Иҫәнғолға бик йыш йөрөй алмайбыҙ. Шуға ла “Сәләмәтлек поез”ы килеүгә ҡыуандыҡ. Мин анализдар биреп шәкәр, гемоглобин, холестерин кимәлен белдем. ЭКГ үттем. Невропатологҡа, кардиологҡа күрендем – дауалау тәғәйенләнеләр. Беҙгә бит, тар белгестәргә яҙылыу мәшәҡәт – уның өсөн Абзанға барырға кәрәк. Шуға кешеләр табиптарға йөрөмәй ҙә ҡуялыр тип уйлайым. Ә былай, табиптар күрше ауылға уҡ килеп торғас, нисек күренмәй ҡалаһың инде. Кешеләр күп булһа ла, тыныс ҡына үттек. Белгестәрҙең пациенттарға мөнсәбәте һәйбәт булды, ентекләп ҡаранылар.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙҙең «Сәләмәтлек поездары» тотороҡло рәүештә һөҙөмтәләр бирә. Бер яҡтан, улар борсоулы, сөнки һәр диагнозға кеше яҙмышы бәйле. Икенсе яҡтан, был акцияны төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең тикшереү үтеү һәм, кәрәк икән, артабан дауаланыу өсөн мөмкинлеге булһын тигән маҡсатта ойошторҙоҡ.
Айгөл Ҡылысбаева.